Беренсе йәйге сурдлимпия уйындары – быйыл халыҡ-ара кимәлендә уҙғарылған иң ҙур ваҡиғаларҙың береһе. Башҡалабыҙҙа 30-ҙан ашыу илдән мең ярым тирәһе спортсы йыйылды. “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындарының ябыу тантанаһынан Рәлиә Сәхибгәрәева репортажы.Ҡунаҡсыл Башҡортостан ере йәнә ҡосағын йәйеп, донъяның 30-ҙан ашыу ил вәкилдәрен ҡабул итеп, ун көн дауамында спорт уйындары үҙәгендә ҡайнаны. Беренсе халыҡ-ара йәйге сурдлимпия уйындары мең ярымдан ашыу спортсыны бергә тупланы. Иң ҙур командалар Рәсәйҙән, Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Иран һәм Ирактан ине. Республика башлығы Радий Хәбиров спорт һәм дуҫлыҡ байрамы өсөн барлыҡ ҡатнашыусыларға ла рәхмәт һүҙҙәрен ектерҙе.Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостандан 36 спортсы ҡатнашты. Улар 25 миҙал: 15 алтын, 5 көмөш һәм 5 бронза яулаған. Ярыштар спорттың 21 төрө буйынса үткәрелде. “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындарының ябыу тантанаһында сурдолимпия уйындары ветерандарын һәм иң йәш бәйгеселәрҙе тәбрикләнеләр. Шулай уҡ, төрлө номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнде. Улар араһында 8 йәшлек Глеб Рыбалкин да бар. Игеҙәге Милананың бала-саҡтан ишетеү һәләте юғалғанға күрә, ул ым-ишара телен өйрәнеп, һеңлеһенә донъяны ишетеп белергә һәм хатта бейергә, спорт менән шөғөлләнергә ярҙам итә.Әйткәндәй, ошо айырылғыһыҙ игеҙәктәр тураһында төшөрөлгән видеояҙма өсөн хеҙмәттәшебеҙ, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы продюсеры Лариса Вәхидоваға “медиаҡаҙаныш/Медиапрорыв” номинацияһы бирелде. Глеб һәм Милананың тарихы менән миллионддан ашыу кеше танышҡан.Ярыштарҙан тыш, спортсылар Башҡортостандың башҡалаһы һәм урындағы халыҡтың мәҙәниәте, йолалары менән дә танышып өлгөргән. Ҡунаҡсыл Өфөнө һәм сараның ойоштороу кимәлен улар юғары баһалай. “Беҙ бергә. Спорт” ярыштары масштаблы спорт хәрәкәтенә әүерелде. Уға Рәсәй генә түгел, сит илдәрҙән дә меңәрләгән кеше ҡушылды. Өфөләге йәйге Сурдлимпия уйындары ошо сағыу хәрәкәттең бер өлөшө.Аҙнанан ашыу башҡалабыҙҙың 18 спорт объектында ҡыҙыу ярыштар барҙы. Ә тап ошонда Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә иһә дүрт донъя рекорды ҡуйылды.Ғөмүмән, спорт – ул берҙәмлек теле. “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындарының маҡсаты халыҡ-ара спорт ойошмаларын нығытыу һәм спорт өсөн сиктәр юҡлығын күрһәтеү. Мәртәбәле сара ым-ишара телендә Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын башҡарыу һәм сағыу авиа-шоу менән тамамланды.
Аҙнанан ашыу Өфө спорт уйындары үҙәгендә булды
Аҙнанан ашыу Өфө спорт уйындары үҙәгендә булды