Ураҡ-2023

Ураҡ-2023

Башҡортостан аграрийҙарына быйыл 2 миллион 185 мең гектарҙа ауыл хужалығы культураларын йыйып алыу бурысы тора. Ураҡ кампанияһының әле ҡыҙған мәле. Дүшәмбегә ҡарата 50-гә яҡын районда урып-йыйыу эштәре бара, дөмөм майҙандарҙың 8 процентында культуралар сабылған. Бөтәһе 100 мең гектарҙан ашыуында иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар һуғылған. Уртаса гектар ҡеүәте 26 центнер. Игенселәр сыуаҡ көндөң һәр сәғәтен файҙаланып ҡалырға тырыша.