Республика башлығы Благовещенға барып урындағы инвестпроекттарҙың нисек тормошҡа ашырылыуын баһаланы. Радий Хәбиров ҡалалағы бер нисә ойошманы ҡараны, шулай уҡ Благовещен районында яңы күмәртәләп-таратыу үҙәген төҙөүгә старт бирҙе. Тулыраҡ Сәлимә Исламова әҙерләгән яҙмала. Арыш һәм бойҙай ононан икмәкте уңдырыу ҡатмарлы, әммә беҙҙең тәжрибә етерлек, ти тәмле икмәк етештереү оҫталары. Благовещен икәмгенең данын ашап ҡараған һәр кем раҫлар. Ә сере ябай, ти пекарня хеҙмәткәрҙәре. Дәүләт стандарттарына тоғролоҡ. Икмәк башын ғәҙәти әсе һөт әсеткеһенән әҙерләйҙәр.20 йыл элек 8 кешенән башланған бәләкәй икмәк етештереү цехы хәҙер ҡалалағы иң ҙур ойошмаларҙың береһенә әйләнгән. Бында 180 хеҙмәткәр тәүлегенә 28 меңләп төрлө формалағы икмәк бешереп Благовещен районын һәм тирә-яҡ ауылдарҙы тәьмин иткә.Етештереү барышын республика башлығы ла күҙәтте. Радий Хәбиров предприятиела бойомға ашырыла башлаған бер нисә инвестиция проекты менән ҡыҙыҡһынды.Яңыраҡ бында керәндил һәм крафт икмәге етештереү буйынса яңы цех асылған. Киләһе этап — Өфө- Бөрө — Яңауыл трассаһында юл буйы кафеһын төҙөү. Уны йыл аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырырға тейештәр. Благовещенда Радий Хәбиров Потеха йылғаһындағы быуа ярын ҡараны. Унда барған капиталь төҙөкләндереү барышы менән танышты.Үткән йыл һыу ағыҙыу урынындағы стеналарҙың ярылған урындары табылғас ремонтларға ҡарар ителгәйне. Балалар технопаркында төбәк Башлығы пластикты яңынан эшкәртеү процесы менән танышты. Икенсе сеймалды ҡулланыу оҫтаханаһы Кванториум нигеҙендә үткән йыл асылғайны.Үҙенең эш сәфәре сиктәрендә Радий Хәбиров шайморатовсының ғаиләһе менән дә осрашты. Күптән түгел Донбасҡа барғанында төбәк етәксеһе яугирға уның ата-әсәһен, ҡатынын, балаларын шәхсән барып күрергә вәғҙә биргәйне. Бер нисә көн үтеүгә ул Благовещенда. Радий Хабиров билдәләүенсә Благовещендың иҡтисады һәм социаль инфраструктураһы ярайһы ғына яҡшы тиҙлектә үҫешә. Урындағы халыҡ өсөн беҙ шат, тине республика башлығы.
Благовещен районында инвестпроекттар тормошҡа аша
Благовещен районында инвестпроекттар тормошҡа аша