Көтөлмән көслө дауыл Баймаҡ районы Түбә ауылының Хоҙайбирҙин һәм Йәштәр урамы ситендә урынлашҡан өйҙәрҙе ҡуптара. Ваҡиға урынында беҙҙең ижади төркөм эшләне.Емерелгән ҡыйыҡтар, ҡолаған ҡоймалар... Гөлниса Мозафарова — иң күп зыян күреүсе. Ҡыҫҡа ваҡытлы әфәт уның урамындағы бар йорт-ҡураһын туҙҙыра. Ринат Ғүмәровтың малға әҙерләгән бесәнендә көслө дауыл тирә-яҡҡа осорған. Шулай уҡ уратып алынған ҡойма күҙ-асып йомғансы юҡҡа сыҡҡан. Тәбиғәт күренештәренә ҡаршы тороп булмай. Район һәм ауыл хакимиәте башлыҡтары зыян күреүселәр ярҙамһыҙ ҡалмаясағын белдерҙе. Шулай уҡ теләге булған һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала.
Тәбиғи әфәт
Тәбиғи әфәт