Өфөнөң 450 йыллығына “Демография” милли проектының “Спорт тормош нормаһы” федераль программаһы буйынса төҙөлгән кәмәлә ишеү слаломы үҙәгендә ремонт дауам итә. Әле бында канал стеналарын гидроизоляциялау, ярҙы нығытыу, дамбаларҙы бетонлау эштәре алып барыла. Төҙөлөштә 6 аралаш бассейн, финиш бассейны, трибуналар, йәйәүлеләр өсөн 3 күпер төҙөү ҡарала. Проект октябрь айына әҙер буласаҡ тип ышандыра төҙөүселәр. Үҙәктең үҙенсәлеге ундағы һыуҙың йылылыҡ электростанцияһынан килгән йылы һыу менән ҡушылып йыл әйләнәһе туңмауында. Шул уҡ ваҡытта махсус гидротехник ҡоролмалар тау йылғаһы ағымы эффектын булдыра, был слалом буйынса ярыштар үткәреү өсөн бик мөһим. Һөҙөмтәлә үҙәктә бөтә Рәсәй кимәлендәге генә түгел, халыҡ-ара ярыштарҙы ла үткәрергә мөмкин буласаҡ.
Кәмәлә ишеү слаломы үҙәгендә ремонт дауам итә
Кәмәлә ишеү слаломы үҙәгендә ремонт дауам итә