Донбассты Рәсәй менән ныҡлы тарихи ептәр бәйләй

Донбассты Рәсәй менән ныҡлы тарихи ептәр бәйләй

Башҡортостандың Милли музейында ошоно дәлилләүсе күргәҙмә асылды. Күргәҙмәнән Ләйсән Тимербулатова репортажы.Музей форматында Донбасс һәм Рәсәйҙең тарихи бәйләнешен күрһәтеү һәм махсус хәрби операция барышында ил халҡына был төбәк хаҡында дөрөҫ мәғлүмәт еткереү — "Донбасс – Рәсәй: тарих һәм хәҙерге заман" күсмә күргәҙмәһенең төп маҡсаты. Унда Рәсәйҙең заманса тарихы дәүләт үҙәк музейы фондынан уникаль материалдар урын алған. Күргәҙмәгә тағы ил архивынан, шәхси коллекцияларҙан экспонаттар ингән. Башҡортостан был күргәҙмәне үҙенең территорияһында күрһәтергә теләк белдергән беренсе төбәк булып тора. Экспонаттар Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығы янында төҙөлгән музей-ара эш төркөмө тарафынан махсус хәрби операция барған биләмәләрҙән тупланған әйберҙәр, референдум менән бәйле документтарҙан ғибәрәт. Айырым өлөштө махсус хәрби операцияла ҡатнашып, һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың әйберҙәре алып тора. Уларҙы Милли һәм Дан музейҙары хеҙмәткәрҙәре хәрбиҙәрҙең яҡындарынан йыйған. Күргәҙмәне асыу тантанаһында герой егеттәребеҙҙең ата-әсәләре, ғаилә ағзалары ла ҡатнашты.Пуля, снаряд ярсыҡтары эҙҙәре, шартлатылған йорттар араһынан табылған уйынсыҡтар, трофейҙар араһында бер яҡтан йән дә өшөткөс, шул уҡ ваҡытта йылы ла өрөүсе экспонат бар. Ул башҡорт батальоны һалдаттары Владимиров пулеметының эре калибрлы гильзаларынан эшләгән ҡурайы. Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн "Донбасс – Рәсәй: тарих һәм хәҙерге заман"күсмә күргәҙмәһе август аҙағына тиклем эшләй.