Был дата айҡанлы бөтә ил буйынса тантаналы саралар уҙҙы. Өфөлә байрам Еңеү паркындағы митингтан башланды. Бөйөк Ватан һуғышы, Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәр ветерандары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар "Десантсылар быуыны союзы" һәйкәленә сәскәләр һалды. Төп саралар иһә Шишмә районында Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге "Патриот" хәрби-патриотик паркында уҙҙы. Рәсәй ҡораллы көстәренең элиталы ғәскәре ойошторолоуға быйыл 93 йыл. Уларҙы ғәҙәттә “зәңгәр береттар” йә иһә “ҡанатлы пехота” тип йөрөтәләр.
Рәсәйҙә Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө билдәләнде
Рәсәйҙә Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө билдәләнде