Өфөнөң Затон биҫтәһендәге күп ҡатлы йорт хужалары йәшәгән фатирҙарының емерелеүенән ҡурҡа. Асыҡланыуынса, бинаның аҫҡы ҡатында үҙгәртеп ҡороу эштәре бара. Урындағы халыҡ был төҙөлөш эштәре тотош йортҡа хәүеф менән янай тигән фекерҙә. Килеп тыуған проблемаға хәбәрселәребеҙ аныҡлыҡ индерергә тырышты. Ике бала әсәһе Әлиә Нурмөхәмәтова ҡыҙҙарын яңғыҙы тәрбиәләй. Яңы ремонтҡа артыҡ аҡсаһы юҡ ҡатындың. Нигеҙ буйлап һуҙылған ярыҡтар көндән-көн ҙурая ғына. Ярты йылдан ашыу Шмидт урамының 41-се йортонда перфоратор тауышы тынғаны юҡ. Бинаның цоколь ҡатында ремонт эштәре бара. Төҙөүселәр стеналарҙы емереп бүлмәләрҙе үҙгәртә. Халыҡ торлаҡ объектын үҙгәртеп ҡороу проектына тап булған. Аш-һыу бүлмәһе, зал, йоҡо урыны - проект ҡағыҙында бында офис бүлмәләре түгеллеге асыҡ күренә. Йорт хужалары ярҙам һорап Ленин районы хакимиәтенә мөрәжәғәт иткән. Яҙма яуапта дәүләт ойошмаһы вәкилдәре ремонт эштәре ваҡытында нигеҙ стеналары тейелмәгәнен билдәләгән. Ә буласаҡ ҡунаҡхананың хужаһы күрһәткән зыянды тулыһынса ҡапларға тейеш. Бындай яуап менән төҙөлөш хужаһы килешмәй. Стеналағы ярыҡтарҙың барлыҡҡа килеүендә йортто төҙөгән ойошма ғәйепле тип иҫәпләй ул. Әммә беҙгә ҡайтанан шылтыратыусы булманы. Урындағы халыҡҡа иһә тотош бер ҡаттың үҙгәртеп ҡоролоуы йорт именлегенә ҡағылмаҫ тип ышанырға ғына ҡала. Шул уҡ ваҡытта улар суд ултырышына ла әҙерләнә. Яҡын арала торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт органдарының объектты тикшереүе көтөлә.
Йорт емерелерме?
Йорт емерелерме?