Эштәре юҡлыҡтар интегеүселәр

Эштәре юҡлыҡтар интегеүселәр

Өфөләге йорттарҙа йәшәүселәр подъездарға тыйылған матдәләр һалыусыларға зарлана. Лифтарҙың өҙөлгән рамдары һәм почта йәшниктәренең ватылыуы- наркомандарҙың һәм тыйылған матдәләрҙе һалыусыларҙың күп ҡатлы йорттарға сәфәренән һуң эҙемтәләрҙең бер өлөшө генә. Йорттағы видеокүҙәтеү камералары ла уларҙы ҡурҡытмай. Үҙ йортоңдо бындай күренештән нисек һаҡларға һәм законһыҙ шөғөлдөң ниндәй эҙемтәләргә килтереүе хаҡында хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова.Өфөнөң Блюхер урамындағы 12 кәсер 2 йортонда йәшәүселәр көтмәгән ҡунаҡтарҙың йортҡа инеүенә өйрәнеп бөткән. Хәҙер инде тыйылған матдәләрҙе һалыусылар менән ҡулланыусыларҙы алыҫтан танырға өйрәнәгәндәр һәм бер ят кешегә лә ишек асмаҫҡа тырышаларНаркомандарҙың юлына осраған һәр нәмәне йортта йәшәүселәр үҙ көстәре менән тергеҙергә мәжбүр. Лифттар, тәү сиратта, зыян күрә. Һәр ҡатта тиерлек өҙөлгән рамдар ята. Стеналағы буяу ҙа зыян күрә- наркотиктар эҙләүселәр тырнаҡтарын йәлләмәй. Ә был егет эшенә бик үҙенсәлекле ҡарай һәм наркотиктарҙы светофорҙа йәшерә. Үтеп барған машиналар уны һис кенә лә борсомай. Өфөнөң башҡа йорттарында ла шундай уҡ хәл күҙәтелә. Комсомол урамындағы 12 ҡатлы йортта наркотиктар йәшереүселәр хатта сүп-сар ҡабул итеү камераһында файҙалана.Йортто наркотик эҙләүселәр баҫып инеүенән һаҡлау ысулдары бик күп түгел. Беренсеһе – шикле кеше килеп сыҡһа, полиция саҡырыу. Икенсеһе- Комсомол урамындағы 27/3 йортта йәшәүселәр кеүек һаҡ хеҙмәтен көсәйтеү.Шулай уҡ йортта видекүҙәтеү камералары күбәйтелгән, хәҙер уларҙың һаны 8 берәмеккә етә.Быйыл ғына республикала наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше сәбәпле 123 енәйәт эше асылған. Енәйәтселәр фатирҙарҙа, подвалдарҙа һәм хатта теплицаларҙа тотош лабораториялар йыһазландыра. Һөҙөмтәлә ир ҡаты режимлы колонияла 16 йыл ярымға иркенән мәхрүм ителә. Дөйөм алғанда, наркотиктарҙы законһыҙ һатҡан һәм һаҡлаған өсөн 20 йылға тиклем иретән мәхрүм ителеү янай. Ә уларҙы һатып алыусыларға 15 йылға тиклем.