Республика клиник онкология диспансерында тамаҡ яман шешен дауалауҙың яңы ысулы ҡулланыла башланы. Операция заманса ҡоролмалар -микроскоп һәм лазер ярҙамында башҡарыла. Табиптар әйтеүенсә, дауаланыусы әмәлиәтте еңел кисерә һәм күпкә тиҙерәк ҡәҙимге тормошҡа ҡайта. Ситаттағы операцияны барышын Сәлимә Исламова күҙәтте. Хирург-онкологтар күҙҙәре –микроскоп, ә ҡулдары -лазер аппараты. Барыһы ла заманса. Анестезиолог пациентты күҙәтәтә. Ул операция өҫтәлендә йөҡлай. Йыш ҡына тамаҡ яман шеше тәмәке тартҡан кешеләрҙә күҙәтелә. Ғәҙәттә бындай сиргә 40-ты үткән ир-егеттәр дусар. Бөгөн 64 йәшлек ир-уҙаманға операция эшләйҙәр. Йотҡолоғондағы шеш алама ғәҙәт арҡаһында барлыҡҡа килгән.Заманса ҡоролма хирургҡа пациенттың тамағын киҫмәй генә яман шеште ауыҙы аша алырға мөмкинлек бирә. Бындай ысулды ҡулланғанда ҡан юғалтыу хәүефе лә күҙәтелмәй.Тамаҡ яман шешенән арындырған микроскоп һәм лазер ярҙамындағы юғары технологиялы операция яҡынса бер сәғәт дауам итә. Ә пациент иһә икенсе көнөнә үк һөйләшә һәм ашай ала.Табиптар әйтеүенсә пациенттың тауышы үҙгәрәсәк, әммә был сирленең йәшәү сифатына ныҡ йоғонто яһамаясаҡ.Республика онкология диспансерында заманса ысул июнь айынан ҡулланыла башлаған. Баш һәм муйын яман шеше бүлеге мөдире Шамиль Мусин әйтеүенсә, табиптарҙың маҡсаты яман шеште алғанда тулыһынса үңәс һәм уның төҙөлөшөн һаҡлап ҡалыу. Әлегә ошондай биш пациентҡа уңышлы операция яһалған.Уларҙың береһе 68 йәшлек хәрби летчик Константин Дракопов . Сиренән арыныу өсөн Өфөгә махсус рәүештә күрше өлкәнән килгән.Пациенттың тауышы яйлап ҡайтыр, ти табиптар. Ә осраҡтар төрлө була. Башланғыс стадияла яман шеш менән көрәшеү ыңғай һөҙөмтәләр биреүе барыһына ла мәғлүм.Иң мөһиме сирҙе иртәрәк билдәләү өсөн ваҡытында табиптарға мөрәжәғәт итеү.
Яман шешен дауалауҙың яңы ысулы
Яман шешен дауалауҙың яңы ысулы