Ишембай районында айыуҙар халыҡтың мал-тыуарын ҡыра

Тулыраҡ: Ишембай районында айыуҙар халыҡтың мал-тыуарын ҡыра

1 аҙна эсендә генә йыртҡыстың тиҫтәгә яҡын малдарға ташланыу осрағы теркәлгән. Иң хәүефлеһе – айыуҙар ауылға үтә яҡын эйәләшкән, ә һунарсыларҙың хайуанды атыуға рөхсәте юҡ. Ауыл янындағы аҡлан хәҙер малдар өсөн генә түгел, кешеләр өсөн дә хәүефле. Бында айыуҙы хатта көндөҙ ҙә осратырға мөмкин, ти тәжрибәле һунарсылар. Егерь Вениамин Әхмәтйәнов әйтеүенсә, йыртҡыс үҙенең табышын ашап бөткәнсе был урында ҡалдырмаясаҡ. Маҡар ауылы биләмәһендә йәшәүселәр өсөн йыртҡыстарҙың мал-тыуарға ташланыуы ят күренеш түгел, урман хужаһы йыл да кешеләрҙең һарыҡ, һыйыр, хатта йылҡыларын ҡорбан итә. Әминә Ғилманованың һыйырын айыу бер нисә көн элек ауылдан 300 метр алыҫлыҡта ғына йыҡҡан. Бәхеткә, үгеҙ йыртҡыс тешенән ҡотолған тип һөйләй ҡатын.Маҡар ауыл биләмәһендә айыу һуңғы бер-нисә көн эсендә генә тиҫтәгә яҡын малға ташланған, 3 кеше һыйырһыҙ ҡалған, ҡайһы берҙәр таланған башмаҡтарын һуйып алырға мәжбүр була. Айыуҙарҙың малдарға ташланыу осраҡтары быйыл күп райондарҙа күҙәтелә. Белгестәр быны йәйҙең эҫе килеүе һәм ямғырҙарҙың булмауы менән бәйләй. Йыртҡыстар ғәҙәттә ҡышҡылыҡҡа запасты балан, миләш, муйыл ашап йыя, быйыл ҡояш емештәрҙе ҡоротҡан. Шуға ла улар көнбағыш, иген баҫыуҙарына сыға һәм тап булған иттән дә урап үтмәй, тип аңлата белгестәр. Тағы бер сәбәп, һунарсылыҡ ҡағиҙәләренең ҡатмарлы булыуы, ауылға яҡынлаған йыртҡыстарҙы атыу тыйыла, бының өсөн ҙур күләмдә штраф ҡаралған, икенсенән һунарсылар айыу аулау менән аҙ ҡыҙыҡһына.