Ҡартлыҡ – ауырыу билдәһе түгел

Тулыраҡ: Ҡартлыҡ – ауырыу билдәһе түгел

Өлкән йәштә лә сәләмәт һәм әүҙем тормош алып барырға була ти, 82-се йәшен ваҡлаусы тренер Риф Әүхәҙиев. Уның физик формаһына хатта йәш егеттәр ҙә көнләшерлек. Риф Әүхәҙиев 25 йыл йәш, үҫмерҙәргә, егет-ҡыҙҙарға спорт һәм сәләмәт тормош алып барыу серҙәрен аса. Өфөнөң Комаров исемендәге балалар ижады йортонда, атлетик гимнастика, гер спорты, армреслинг, пауэрлифтинг кеүек спорт төрҙәре буйынса дәрестәр бирә. Риф Ғәйет улы 30-ҙан артыҡ спорт мастерҙары әҙерләгән. Уның тәрбиәләнеүселәре күп тапҡыр Рәсәй чемпиондары. Үҙе лә хәҙер өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан уларҙан ҡалышмай. Ниндәй йәштә булһа ла кеше матур һәм һау –сәләмәт булырға ынтылырға тейеш. Элек төркөмдә 48-ҙәр кеше булһа хәҙер 10 –дан артмай. Шуныһы бер аҙ күңелде ҡыра, ти ул. 82-се йәшен ҡыуыусы тренерҙа спорт менән шөғөлләнгән өлкәндәр бигерәк тә ҡыуандыра. Спортзалға килеүсе егеттәр ҙә сал сәсле тренерҙары менән һоҡланыуын, ғорурланыуын йәшермәй. Сәләмәтлектең нигеҙе иң беренсе күңел матурлығында һәм ғаиләңдең именлегендә, тип йыш ҡабатлай Риф Әүхәҙиев. Өлкәндәрҙең хаҡлы ялға сыҡҡас та әүҙем тормош алып барыуы, тормоштан йәм табып, йәмғиәттә һаман да үҙ урынын ныҡлы тотоуы матур күренеш. Уларға ҡарата иғтибарлы һәм ихтирамлы булайыҡ.