Сәскәләр үҫтереү ѳсѳн - гѳл телен белеү кәрәк.
Кушнаренко районы Ҡалтай ауылында йәшәүсе Муллаяновтар ғаиләһе тап шундай фекерҙә. Гөлдәрҙең телен аңлау серенә хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина ла төшөндө. Сәскәләрҙе кем яратмай!? Күҙҙең яуын алып ултырған сәскәләр үҫтереүсе ҡатын- ҡыҙҙар иһә икеләтә матур кеүек. Шундайҙарҙың береһе – Зөһрә Муллаянова. Йорт алдында бындай ошондай ожмах мөйөшөн теләгән һәр кеше яһай ала. Сабырлыҡ, тырышлыҡ һәм бер аҙ ғына фантазия кәрәк, ти Зөһрә ханым. Муллаяновтар ғаиләһе баҡсала роза гөлдәлеренән тыш, төрлө емеш-еләк ағастарын да үҫтерә. Уңған хужалар хатта ауыл халҡы өсөн дә айырым алмағас баҡсаһы булдырған. Бында 2000 гә яҡын алмағас, грушалар, сливалар, ҡарағаттар ҙа бар... Ауыл халҡы өсөн тәғәйенләнгән баҡсаны Флүр һәм Зөһрә Муллаяновтар үҙ көстәре менән тәртипкә килтерә. Эргәһенә ял итеп алыу өсөн майҙансыҡ та яһап ҡуялар. Егәрленең ҡулы етәү тигәндәй, ғаилә бының менән генә туҡтап ҡалмай, ә үҫентеләр үрсетеү менән дә шөғөлләнә. Баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә башлағас, был эштең күп нескәлектәренә төшөндөк, ти ғаилә башлығы. Хәҙер инде уңған хужалар һәр емеш ағасын дөрөҫ ултыртыуҙан алып нисек туҡландырыу кәрәклегенә тиклем белә. Бар нәмәнән йәм табып, матурлыҡҡа тартылып йәшәгән кешеләр һоҡланыу уята. Муллаяновтар ҙа баҡса үҫтереү менән генә туҡталып ҡалмай, ә киләсәккә тағыла ҙурыраҡ пландар ҡора.