Өфөлә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан йөҙләгән яугир кире махсус хәрби операцияға юлланды. Ир-егеттәрҙе баш ҡаланың "Өфө-Арена" һарайы алдындағы майҙанда яҡындары, туғандары, етәкселәр, ҡала халҡы оҙатып ҡалды. Ил һаҡсыларының кәйефен беҙҙең хәбәрселәр ҙә белеште. 10 көнлөк ял һәм йәнә ил һағына. Туғандырын, дуҫтарын, иң мөһиме, бәләкәй балаларын ҡосаҡлап та туймағандарҙыр. Әммә яуаплы һәм ауыр хәрби бурыс үтәргә юлланған яугирҙәрҙең тыныслығы һәм уларҙың рух ныҡлығы һоҡландыра.Яугир 10 ай буйы хәрби операцияла булған вағытта төрлө хәл ителмәгән мәсьәләләре күбәйә. Ялға ғайтҡан егеттәр менән күҙгә күҙ күреп осрашыу уларҙың борсоған һорауҙарын тиҙерәк, төрлө кимәлдәге хәл итергә булышлыҡ итә, ти дәүләт органы вәкилдәре. Республика башлығының йөкләмәһе буйынса махсус хәрби операциялағы һәр яугирҙең ғаиләһе дәүләт хәстәрлеге һәм күҙәтеүе аҫтында. Ҡыҫҡа ялдан һуң хеҙмәткә юлланған ир-егеттәргә етәкселек йәнә ошо хаҡта иҫкәртеп борсолмауҙырын һораны. Ил һаҡсылары хәрби бурыстарын үтәү урынына яҡшы ял итеп, күтәренке кәйефтә барып етһен өсөн етәкселек хәстәрлек күрә. Егеттәр уңайлы ике автобуста юлға сыҡты. Алда уларҙы 200 саҡырым юл көтә. Юл хәүефһеҙлеген Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары тәьмин итә.
Яуға китә ир-егеттәр
Яуға китә ир-егеттәр