“Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының күнекмәләре аҙағына яҡынлаша

“Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының күнекмәләре аҙағына яҡынлаша

Яугирҙар махсус хәрби операцияға барып, Ватан алдында бурысын үтәргә әҙер. Республика хәрбиҙәренең оҫталығын инструкторҙар һәм белгестәр ҙә билдәләй. Ошо хаҡта махсус репортаж ҡарағыҙ. Һөжүм башланыр алдынан пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары шартлы дошман позицияларын тикшерә. Квадрокоптер ярҙамында улар барыһын да яҡшылап күрә ала. “Башҡортостан” полкы хәрбиҙәре миномет ярҙамында пехотаны һәм танкты юҡ иткәндән һуң, һөжүм башлай. Штурмлаусылар тәүҙә команда пунктын ала. Күнекмәләр хәрби шарттарға яраҡлаштырылған. Яугирҙар ысын патрондар һәм снарядтар ҡуллана. Атыусылар һәм пулеметсылар менән бергә гранатомет отделениеһы эшләй. Хәрбиҙәр “АГС-17 пламя” системаһын эткә оҡшатып, йорт хайуаны исеме менән йөрөтә. Гранатомет ике километр алыҫлыҡҡа атып, унышар квадрат метрҙа дошманды юҡ итә ала. Һуңынан расчет тиҙ арала йыйынып, дошман яуап уты асмаҫ борон, урынын ташлап китә. Шуның өсөн һәр хәрбиҙең хәрәкәттәре берҙәм һәм етеҙ булырға тейеш, тип иҫәпләй Таһир Күсемов батальоны вәкилдәре. Һамар өлкәһе. Закир Шәрипов. Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы вәкилдәре лә хәрби әҙерлек үтә. Улар граната ташларға һәм ҡоралдан да ата белергә тейеш. Бөгөн, мәҫәлән, окоптан тороп 300-500 метр арауыҡтағы сәпкә ата. Көн һайын хәрбиҙәр 300-400 патрон сарыф итә. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ир-егеттәрҙән ҡалышмай. Окопта гүзәл заттар! Медицина ротаһынан “Дельта” илебеҙҙең бөтөнләй икенсе өлкәһенән. Ул республика етәкселегенең Башҡортостан полкына ниндәй ярҙам күрһәтелгәнен белеп, махсус рәүештә яҙылған. Медицина ротаһы вәкилдәре яралыларға беренсе ярҙам күрһәтеүҙән тыш, уларҙы яҡлап-һаҡлап, имен урынға сығарырға тейеш. Бында махсус хәрби операцияла булып ҡайтҡандар, хатта Башҡортостандың атҡаҙанған табиптары ла хеҙмәт итә. Яугирҙар араһында хәрби бәрелеш ветерандары бар. Мәҫәлән, Гукас Мкртчян Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон составында күрһәткән батырлығы өсөн Генерал Шайморатов ордены һәм Ҡаһарманлыҡ миҙалы менән бүләкләнгән.Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Динәхмәтов хәрби әҙерлек урынына юлланып, контракт төҙөгәнен берәү белмәне. Күнекмәләр яланынан уның флейтала уйнап, йырлауы тураһында видеояҙма таралғас, халыҡ аптырап ҡалды. Был ҡарарын йырсы һәм музыкант ябай ғына аңлата.Хәрбиҙәрҙең ялы ла яҡшы ойошторолған. Буш мәлдәрендә яугирҙар бейеп алырға ла ваҡыт таба. Топаз, мәҫәлән, мәктәп йылдарынан был сәнғәт төрөнә ғашиҡ. “Сергей Зорин” исемендәге танк батальоны командиры урынбаҫары ваҡытында мебель фабрикаһы хужаһы булған. Буш ваҡытында офицер сувенир уйынсыҡ эшләп, уға хәрби кейем тегә башлаған. Был эшен ул хәрби әҙерлек барышында ла дауам итә. Әйткәндәй, сувенир уйынсығының өлгөһө итеп башҡорт малайы алынған.Полктың отделениелары һәм взводтары хәрби атыш тамамлаған, хәҙер роталар тәктик күнекмәләргә күскән. Һамар өлкәһе. Закир Шәрипов. Башҡортостан яугирҙары физик кенә түгел, психик яҡтан да әҙер булырға тейеш. Бөгөн мәҫәлән, улар танкты шартлатып, экипажды юҡ итеү алымдарын камиллаштыра. Был күнекмәләрҙә беҙҙең хәбәрселәр ҙә ҡатнаша. “Башҡортостан” полкы яугирҙарына даими гуманитар ярҙам оҙатыла. Был эштә республика халҡы ла әүҙем ҡатнаша, тип билдәләй Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе. Был көндәрҙә батальондарҙың һәм бөтә полктың хәрби әҙерлеге бара. Белгестәр беҙҙең яугирҙарҙың оҫталығын юғары баһалай. Тиҙҙән улар ватанды һаҡлау өсөн, махсус хәрби операция барған урынға юлланасаҡ.