Табиптарҙы борсоған мәсьәләләр

Табиптарҙы борсоған мәсьәләләр

Рәсәйҙең һаулыҡ-һаҡлау министры Михаил Мурашко менән журналистар ҡатнашлығында осрашыу үтте. Брифинг Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе сиктәрендә беренсе медицина-санитар ярҙамды үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләренә арналды. Михаил Альберт улы һәм уның төбәктәрҙән килгән коллегалары республика журналистары һорауҙарына яуап бирҙе. Күтәрелгән һорауҙар араһында кадрҙарға ҡытлыҡ, мотлаҡ медицина страховкаһы системаһы менән эш итеү, телемедицинаның үҫеше, табип менән пациент араһындағы мөнәсәбәт, төбәктәрҙә алкоголгә ҡаршы сәйәсәттең үҫеше. Рәсәй субъектарынан килгән идаралыҡ етәкселәре үҙ төбәктәрендә беренсе–санитар ярҙамдың торошо, үҫеш юлы менән таныштырҙы. Башҡортостандың һаулыҡ-һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин республиканың медицина учреждениеларында цифрлаштырыуҙы үҫтереү тураһында һөйләне, төбәктә алкоголгә ҡаршы сәйәсәттең үҫеш тәжрибәһе менән бүлеште. Рәсәйҙең һаулыҡ-һаҡлау министры быйыл Өфөлә үткән беренсе медицина-санитар ярҙамды үҫтереү буйынса Бөтә Рәсәй кәңәшмәһенең мөһимлеген билдәләне һәм сараның үҙенсәлекле форматта, атап әйткәндә, спорт менән үрелеп барыуының осраҡлы түгеллеген әйтте.