Оло юбилейға тип бихисап сквер, парктар, йәмәғәт урындары, мөһим социаль объекттар яңыртыла, яңылары төҙөлә. Улар иҫәбендә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры. Йылдың аҙағына тиклем мәҙәни усаҡ майҙаны ике тапҡыр ярымға ҙурайтылып, ҡулланыуға тапшырылырға тейеш. Яңыртып ҡороу эштәре аҙағына яҡынлаша. Тулыраҡ Альбина Зәйнетдинова репортажында. Ҡурсаҡ театры көндән-көн матурлана, яңы төҫ ала, яңыртыла. Күптәрҙең яратҡан ял урынын хәҙер театрҙың визит карточкаһы булған мозайка буйынса ғына танырға мөмкин. Бинаның тышҡы биҙәлеше әҙер. Әлеге ваҡытта эске биҙәлеш эштәре бара һәм театрҙың тирә-яҡ биләмәһе төҙөкләндерелә. Театр үҙенсәлекле дизайны менән хайран ҡалдыра. Объектты төҙөгәндә проектлаусылар, дизайнерҙар һәм төҙөүселәр менән бергә эш иткән. Бында һәр бүлмә, һәр биҙәүес элементы уйланып эшләнелгән. Фойеның эргәһендә генә 40 кеше һыйҙырырлыҡ балалар кафеһы. Бында әле 2-3 аҙналыҡ эштәр ҡалды, ти төҙөүселәр. Кафеның уртаһында проект буйынса тылсымлы ағас төҙөләсәк. Шул уҡ беренсе ҡатта 300 кешегә тәғәйен тамаша залы. Бүлмә үҙе ыҡсым ғына булыуына ҡарамаҫтан, проектлаусылар уны барыһы ла һыйырлыҡ итеп эшләй алған. Бинаның яңы төкәтмәһендә 150 кешелек бәләкәй зал да үҙ тамашасыһын йыйырғә әҙерләнә. Театрҙың икенсе ҡатында, тап ошо урында музей буласаҡ. Стена буйлап театр тарихына ҡағылышлы экспонаттар, ҡурсаҡтар урын аласаҡ. Беҙҙән аҫта – холл. Тап ошо урында яңы йыл тамашалары үтәсәк. Дүрт ҡатлы төкәтмәлә балаларҙың актерлыҡ оҫталығы һәм мультипликация студиялары, ҡурсаҡтарҙы һаҡлау бүлмәләре, репетици, художество һәм конференция залдары, барлыҡ инженер селтәрҙәре, урын аласаҡ. Бинаның цоколь ҡатында тауыш яҙҙырыу студияһы, балта оҫталығы цехы ҡаралған. Һәләтле кескәйҙәргә ижади үҫеш студияһы барлыҡҡа киләсәк. Тулыһынса яҡтыртыу-тауыш ҡоролмалары яңыртыласаҡ. Тирә-яҡ билмә лә тамыҫлыҡ үҙгәртеләсәк. Театр алдындағы майҙанда балалар өсөн күңел асыу урыны булдырыла. Капиталь ремонт "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Ул ҡаланың 450 йыллығына тип әҙерләнә. Төҙөлөш эштәре графикка ярашлы бара. Яңыртылған Ҡурсаҡ театры беренсе тамашаларын йыл аҙағында ҡабул итәсәк.
Өфө үҙенең 450 йыллығына әҙерләнә
Өфө үҙенең 450 йыллығына әҙерләнә