Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров “Патриот” паркында республиканан ситтә уҡыған студенттар менән осрашты. Шишмә районында урынлашҡан Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемен йөрөткән паркта йөҙҙән ашыу йәштәр йыйылды. Улар — Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Пермь һәм илдең башҡа ҡалаларындағы юғары уҡыу йорттары студенттары. Төбәк етәксеһе буласаҡ белгестәр менән уларҙың артабанғы хеҙмәт эшмәкәрлеге буйынса фекер алышты, кесе Ватан уларға һәр ваҡыт ярҙам күрһәтергә әҙер икәнлеген белдерҙе. Башҡортостан башлығы менән осрашыу "#Дома" форумы сиктәрендә ойошторолдо. Сараның маҡсаты – ситтә уҡыған студенттарға республикаға ҡайтып, урындағы предприятиеларға эшкә урынлашыу мөмкинлеге тураһында белдереү.
Һеҙҙе Башҡортостан көтә!
Һеҙҙе Башҡортостан көтә!