Башҡортостанда бәлиғ булмаған балалар ҡатнашлығындаға юл-транспорт фажиғәһе артҡан

Башҡортостанда бәлиғ булмаған балалар ҡатнашлығындаға юл-транспорт фажиғәһе артҡан

Һуңғы ике аҙнала ғына республика клиник балалар дауаханаһына төрлө тән йәрәхәттәре алған 7 үҫмер мөрәжәғәт иткән. Тулыраҡ мәғлүмәт хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина сюжетында. 12 йәшлек үҫмерҙе Стәрлетамаҡ районынан алып киләләр. 13 йәшлек дуҫы менән мотоциклда елдереү аяҡтарҙың төптән һыныуы, баш мейеһе һелкенеү менән тамамлана. Бындай йәрәхәттәрҙән һуң ғүмерлеккә инвалид ҡалыу хәүефе янай, ти белгестәр. Ә бер-нисә көн элек дауаханаға төрлө тән яралары менән биш йәшлек „водителде„ алып киләләр. Ул квадроцикл менән тик торған машинаға барып бәрелә. Балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаларының күпселек өлөшө каникулдар осорона тура килә. Бының төп сәбәбе-каникул осоронда балаларҙың шөғөлө булмауы, өлкәндәр яғынан контроль юҡлығы. Был кадрҙар Ғафури районынан. 15 йәшлек үҫмер мотоциклда тепловозға бәрелеп һәләк була. Ә быныһы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының патруль машинаһынан алынған кадрҙар. Автоинспекторҙар Әбйәлил районында бәлиғ булмаған мотоциклисты туҡтата. Үҫмерҙең водитель таныҡлығы булмауҙан тыш эскән булыуы ла асыҡлана. Балиғ булмағандар ҡатнашлығында һәр дүртенсе юл-транспорт фажиғәһе һаҡһыҙлыҡ арҡаһында була, ти инспекторҙар. Шулай уҡ ябай ғына талаптарҙы белмәүҙә күңелһеҙ ваҡиғаларға килтерә.Мопедты йөрөтөү өсөн үҫмерҙең 16 йәше тулған һәм уның тейешле белем биреү ойошмаһында курс үтеп „М„ категорияһына водитель танытмаһы булыу шарт. Велосипедта йөрөүсе балалар өсөн дә юл ҡағиҙәләре бар.