Иман йорто асылыу айҡанлы ауылда ҙур байрам ойошторолдо. Мәсетте төҙөргә ярҙам итеүселәр һәм мәртәбәле ҡунаҡтар хаҡында хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова. “Ассухба” башҡортсаға юлдаш тип тәржемә ителә. Үрге Юлдаштар мәсеттең төҙөлөп бөтөүен көтөп алған.Мәсетткә нигеҙ ташы 2017 йылда уҡ һалынған. 2 йылдан һуң төҙөлөш башлана һәм ниһәйәт 4 йыл үткәндән һуң иман йорт ҡалҡып сыға. Төҙөлөш эштәренә ауыл халҡы ғына түгел, төрлө ойошмалар ҙа ҙур өлөш индергән. Ауыл халҡы өсөн мәсет булыуы ҙур ҡыуаныс, хәҙер дини байрамдарҙы бергәләп үткәрергә мөмкин.Мәсет асыу тантанаһында Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең нәҫеленән булған шейх Мөхәммәт Шәриф Ассаууаф та ҡатнашты.Мәсет төҙөүгә үҙ өлөшөн идергән һәр кегә рәхмәт һүҙҙәре яңыраны. Яңы мәсеттә тәүге аҙан әйткәндән һуң изге доғалар уҡылды.
Мәләүез районы Юлдаш ауылында Ассухба мәсете асылды
Мәләүез районы Юлдаш ауылында Ассухба мәсете асылды