Көйөргәҙе районында автобус юлдан сығып түңкәрлегән

Тулыраҡ: Көйөргәҙе районында автобус юлдан сығып түңкәрлегән

Көйөргәҙе районында автобус юлдан сығып түңкәрлегән.

Транспортта водитель менән бергә 12 кеше була. 2 пассажир дауаханаға эләккән, тағы ла 3-һенә табип ярҙамы күрһәтелгән. Авария бөгөн төнгө икеләр тирәһендә Ермолаево ауылы янында, Өфө-Ырымбур трассаһында теркәлә. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Хайгер автобусы Ырымбурға вахта менән эшләүселәрҙе алып китеп барған, билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында ул юлдың уң яғына төшөп китеп түңкәрелә. Авария эҙемтәләрен бөтөрөү һәм кешеләрҙе салондан сығарыу өсөн ҡотҡарыусылар йәлеп ителә, әле фажиғә сәбәптәре асыҡлана.Башҡортостанда автобустарға бәйле авариялар йыш теркәлә. Былтыр 20 августа Һамар өлкәһендә Тольятти – Өфө автобусы водителе йоҡлап китеү сәбәпле 22 кеше зыян күргәйне. Үткән йыл 20 июль Анапа – Магнитогорск йүнәлеше буйынса хәрәкәт итеүсе транспорт билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында юлдан төшөп китеп ауа. Бәхеткә ауыр йәрәхәт алыусылар булманы.