Республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән Баймаҡ районында уҙған сарала “Башҡорт аты” патентына танытма тапшырылды. 20 меңдән ашыу кешене йыйған байрамда 7 дәүләттән йылҡысылар ҡатнашты. Алға һәм тик еңеүҙәр артынан, тип фестивалдең һәр мөйөшөндә барған ҡыҙыу бәйгеләрҙә һыбайлылар, уҡсылар, ҡымыҙсылар, тимерсе, сергетыш тегеүселәр, эйәр һәм башҡа ат сбруйҙары оҫталары ярышты.
Һыбай менеп көрәшергә йөръәт итеүселәрҙе ауырлыҡтары буйынса бүлеп ярыштырһалар, ылаҡсыларҙың аҫтында ат бөтөнләй юҡ тиерһең, осоп йөрөп кенә уйнанылар. Кәзә кәүҙәһен башҡалар һалдырып алмаһын өсөн шаҡарып тотоп, хатта аяҡ менән ҡосаҡлап, ҡаҙанға табан елдерҙе улар. Ат спорты үҙешкән Рәсәй төбәктәренән, сит илдәрҙән ҡунаҡтар иң шәп аттарын һәм һыбайлылары менән Баймаҡ районына килеп төштө.
Башҡорттарҙың аттарға һөйөүе сикһеҙ. Миҫал артынан алыҫҡа йөрөйһө түгел, күргәҙмәгә ҡуйылған һәр аттың маңлайын һыйпап, һөйөп сыҡҡан төбәк етксеһен күреү үҙе ҙур дәлил. Малҡайҙар ҙа уға ынтылып ҡына торҙо.
Халыҡ-ара Башҡорт аты фестивалендә Интеллектуаль милек буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Юрий Зубов Радий Хәбировҡа «Башҡорт аты» атамаһы менән файҙаланыу хоҡуғын билдәләүсе танытма тапшырҙы. Былтыр үткән тәүге Башҡорт аты фестиваленән һуң башҡорт атын һаҡлауға, уны өйрәнеүңгә бәйле бихисап эштәр старт алғайны. Быйыл Өфөлә ғилми-ғәмәли институт барлыҡҡа килде.
Фестиваль сиктәрендә Башҡорт тоҡомло аттарҙы һәм атлы спорт мәктәптәрен үҫтереүгә арналған кәңәшмә уҙҙы. Унда белгестәр башҡорт аттарын өйрәнеүҙә Сибай, Баймаҡ биләмәләрендә йәшәгән аттарҙы ҡулланырға ниәтләүҙәрен белдерҙе. Ғалимдарға башҡорт аттарында башҡа тоҡомдарҙа булмаған маркерҙарҙы табыу маҡсаты йөкмәтелә. Йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән хужалыҡтарға талап – тоҡом ҡатнашыуын ҡәтғи сикләү. Тағы ла ҙур эштәр – белгестәр әҙерләү менән бәйле. Башҡорт дәүләт аграр университетында иппология кафедраһын асыу кәрәклеген белдереп сығыш яһаны Радий Фәрит улы. Шулай уҡ кәсепселәр ҙә профессиональ кимәлдә белем алырға тейеш. Ә Башҡорт аты фестивален үткәреү урыны булып Баймаҡ районы Граф күле янындағы майҙанды ҡалдырыу яҡлы етәксе. Улай ғына ла түгел майҙандың йылдан йыл инфраструктураһы яҡшырырға тейеш. Әлегә асфальт һалынды һәм бәйгеселәр ҡунаҡтар өсөн шарттар булдырылды. Ҡымыҙсылар өсөн хатта айырым ҡаласыҡ төҙөп ҡуйҙылар.
Бына-бына ғына сәңгелдәктән төшкән йәш балаға тиклем хатта ҡымыҙ бешешеп байрамда ҡатнашып йөрөй. Белә ул милләтенең ҡото башҡорт атында, милли ризыҡтарында булыуын.
Халыҡ ара башҡорт аты фестивален күреү өсөн ер аяғы ер башынан кемдәр генә килмәгән, кемдәрҙе генә осратмаҫһың. Башҡорт бейәләренең шифалы ҡымыҙынан сихәт алыу теләге менән Толстой Чехов та беҙҙең төбәккә йыш килергә яратҡан. Бына шулай ул башҡорт аты, көс һәм сәләмәтлек биреүсе. Ҡымыҙҙың дауалау көсө борондан һаҡланып ҡалған серле ысулда. Уны ҡымыҙсылар бер кемгә лә сисмәй, тик ғаиләһендә генә һаҡлай.
Быйыл баһалама комиссияһы Гран-прины Учалы районынан Лилиә Сәғәҙәтоваға тапшырҙы. Яҡташтары быға сикһеҙ шатланһа, Йылайыр районынан килеүсе ағай-апайҙар байрамды күрә алыуына һөйөнөп бөтә алманы. Улар «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» проекты сиктәрендә фестивалгә килеп ҡайтты.Төрлө район-хужалыҡтарҙың ҡымыҙын тәмләп, көс алған ҡунаҡтар батырҙар майҙанына ашыҡты. Хатта ҡыҙҙар ҙа уйындарҙан ситтә ҡалманы. Халыҡтың иң көтөп алған уйындарының береһе – тай-тулаҡ булғандыр. Ҡороҡсолар менгегә өйрәтелмәгән 3 йәшлек тайҙарҙы ҡороҡлап менде.
Ат сабышы янынан китмәүселәр хатта булды. Төп бүләк еңел машина асҡыстарын 3 йәштән өлкән башҡорт тоҡомло аттар араһында 12 саҡырым сабып беренсе килгән Баймаҡ аты хужалары, ә төрлө тоҡомло аттарҙың 16 саҡырым ярышында Ырымбурҙар алды. Ылаҡ уйынында еңеүсегә 1 млн һум сертификат вәғәҙәләнгәйне. Уны финалда ҡырғыҙ спортсыларынан төҙөлгән Мәскәү командаһын еңеп беренселеккә сыҡҡан Ҡаҙаҡстандың Кустанай өлкәһе ылаҡсылары алып ҡайтты.
Һандарға килгәндә – Фестивалде 20 меңдән ашыу кеше күргән, 1000-дән ашыу ат ҡатнашҡан, 100-ҙән ашыу кәсепсе оҫталығын күрһәткән, 300-ләп артист сығыш яһаған. Ауыл хужалығы йәрминкәһенән 1 млн һумлыҡ килем төшкән.