Өфөлә Тамара Хоҙайберҙинаға мемориаль таҡтаташ асылды

Өфөлә Тамара Хоҙайберҙинаға мемориаль таҡтаташ асылды

Билдәле бейеүсе, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Тамара Хоҙайберҙинаның хәтере мәңгеләштерелде. Шәхестең тыуыуыны 100 йыл тулыу айҡанлы ул йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асылды. Башҡортостан сәнғәтендә яҡты эҙ ҡалдырған шәхес хаҡында хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова.

Был 1964 йылғы видеояҙма. Тамара Хоҙайберҙина билдәле хореограф Фәйзи Ғәскаров ҡуйған «Мөғлифә» бейеүен башҡара. Унда башҡорт ҡатын-ҡыҙының көнкүреше сағыла. Тамара Хоҙайберҙина балет артисы булыраҡ, танылған бейеүгә классик хореография элементтарын индерә.

Тамара Шәһит ҡыҙы Хоҙайберҙина милли мәҙәниәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индергән иң билдәле башҡорт бейеүселәренең береһе. Ул 1 августа Өфөлә күренекле дәүләт эшмәкәре Башҡорт АССР-ы үҙәк башҡорт комитетының беренсе рәйесе Шәһит Хоҙайберҙин ғаиләһендә тыуған.

Бар булмышын бейеү сәнғәтен үҫтереүгә бағышлаған Тамара Шәһит ҡыҙы, остаз булыраҡ та уҡыусыларының хәтерендә яҡты хәтирәләр ҡалдыра.

Тамара Хоҙайберҙинаның яҡты иҫтәлегенә арнап ҡуйылған мемориаль таҡтаны асыу уңайынан, уның коллегалары, уҡыусылары, тыуғандары шәхесте һағынып иҫкә алды.