Башҡортостанда пилотһыҙ авиасистемаларҙы үҫтереү дирекцияһы ойошторола

Башҡортостанда пилотһыҙ авиасистемаларҙы үҫтереү дирекцияһы ойошторола

Уны вице-премьер — сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев етәкләйәсәк. Ошо хаҡта Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдерҙе.

Башҡортостанда пилотһыҙ авиация селтәрҙәрен үҫтереү буйынса ныҡлы аҙымдар яһала. Радий Хәбиров Новосибиркиҙа үткән Бөтә Рәсәй форумында тотош пьдесталды яулаған студенттарҙың ҡаҙанышын юғары баһалап рәхмәт хатын тапшырҙы. «Архипелаг 2023» һөнәри форумында төбәктәрҙә дрондарҙы ҡулланыу программалары ҡорола, пилотһыҙ авиация селтәрҙәрен файҙаланыу мөмкинлектәре асыҡлана.

Рәсәй күләмендәге йәнә бер сарала- балаларҙың икенсе халыҡ-ара мәҙәни форумында ла Башҡортостан делегацияһы иң юғары ҡаҙаныштарын танытты. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдереүенсә, делегация составындағы 12 йәш талант мәртәбәле йыйынды ойоштороусыларҙы һәләттәре менән арбап танылған шәхестәр менән аралашыу майҙансыҡтарында модератор дәрәжәһендә эшләне. “Волга буйында үтәлергә тейеш 100 эш” проекты менән Грант алған Арсений Ғәйнуллин хатта “Үҙ төбәгеңде нисек танытырға” тигән семинар үткәрҙе. Радий Хәбиров балалар башланғыстарын юғары баһалай.

Бөгөнгө етәкселәр иһә төбәктең йәнә бер үҙенсәлекле туризм объектын асыуға дәғүә итә. “Башҡорт аты” фестивале икенсе йыл рәттән киң ҡолас менән үтте, тип билдәләнде оператив кәңәшмәлә. Республика башлығы фекеренсә, ул йылдан-йыл мәртәбәһен арттырырға тейеш. “Башҡорт аты” брендына патент был тоҡомдоң генофондын һаҡлауға булышлыҡ итәсәк.

Оператив кәңәшмәлә оператив хеҙмәттәр ҙә урынлы йөкләмәләр алды. Һаулыҡ һаҡлау министрлығына Дағстандың башҡалаһындағы шартлауҙан зыян күргәндәргә ярҙам хәстәрләргә, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комитетҡа ауыл хакимиәттәре башлыҡтары үтенесе буйынса янғын тураһында белгертеү приборҙарын бушлай таратыу регламентын булдырырға, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына йылытыу миҙгеленә әҙерлекте тамамларға ҡушылды.

Республикала барған ураҡ эштәре, автомобилдәрҙе газ яғыулығына күсереү программаһын бойомға ашырыу, юлдарҙа ауырлыҡ-габарит контроле һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге менән автомобиль тиҙлеген видеотеркәү системаһы эше һөҙөмтәләре тураһында ведомство етәкселәре хәбәр итте. Башҡортостан юлдарында тағы ете урында ауырлыҡ контроле станцияһы булдырыла.

Оператив кәңәшмәлә видеоконференция тәртибендә ҡатнашҡан Андрей Назаров Урал Аръяғы иҡтисады өсөн мөһим Сибай-тау байыҡтырыу комбинаты яҙмышында ыңғай үҙгәрештәр көтөлгәне тураһында хәбәр итте. Башҡортостандың Премьер-министр етәкселегендәге рәсми делегацияһы ошо көндәрҙә туғандаш Ҡаҙағстанда хеҙмәттәшлек даирәләрен артабан үҫтереү йүнәлештәре буйынса һөйләшеүҙәр алып бара.