Башҡалала күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр подвалдарҙы яңынан планлаштырыуға ҡырҡа ҡаршы. Ошо сәбәпле Октябрь проспектындағы 95-се йорттоң фасадында, подъезда һәм фатирҙарҙа ярыҡтар барлыҡҡа килгән. Был бәләлә үҙ белдеге менән фатирын киңәйткән беренсе ҡатта йәшәүсе милексе ғәйепле, ти күршеләре. Ошондай уҡ ғауға Ибраһимов бульварындағы өйҙәрҙең береһендә лә сыҡҡан. 9 ҡатлы йортта йәшәүселәр әйтеүенсә, фатир хужаһы подвалынан төҙөлөш ҡапсыҡтарына һалып билдәһеҙ йөк сығара.
Ыҙғыштың сәбәбе, инженер коммуникациялары урынлашҡан техник бүлмәнән үҙаллы тупраҡ һәм сүп-сар сығарыу. Милекселәр әйтеүенсә, Ибраһимов бульвары 25-се һанлы йорттоң баҙында ниндәйҙер эштәр барыуы хаҡында бер ниндәй мәғлүмәт юҡ.
Фатир хужалары әйтеүенсә, ялланған эшселәр унда тәрән соҡор ҡаҙыған. Был эштәре менән улар йортҡа зыян килтереүҙәре ихтимал.
Подвалдағы фатир хужаһы төҙөлөш фирмаһы директоры. Үҙенең эшселәренә тап ошонда йәшәү урыны биргән. Күрше өйҙә баяғы техник бүлмә урынлашҡан. Рәсми документтар буйынса ул йортта йәшәүселәрҙең уртаҡ мөлкәте һанала. Йүнсел әйтеүенсә, эшселәрҙе ул элекке милекселәрҙән ҡалған төҙөлөш сүп-сарын сығарыу өсөн яллаған. Канализация торбаларынан килгән насар еҫ тә ер аҫтында йәшәүселәргә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра.
Йорт та йәшәүселәр эшҡыуарҙың өйткәндәре законлымы юҡмы икәнен тикшереү өсөн Совет районы хакимиәтенә һәм прокуратураға мөрәжәғәт иткән, төҙөлөш экспертизаһы үткәргән.Әммә торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт органдары бер ниндәй хилафлыҡ тапмаған.
Ә бына Октябрь проспектындағы 95-се йортта йәшәүселәр 13 йылға яҡын йорттоң фасадында, подъезда һәм фатирҙарҙа барлыҡҡа килгән ярыҡтарға зарланып төрлө инстанция ишектәрен тапай.
Бигерәк тә ҡышын ауырға тура килә ти йортта йәшәүселәр. Ел-буран сыҡҡанда ярыҡтарҙан ел үтә. Еңелсә косметик ремонт ярҙам итмәй, яҙғыһын бөтөнләй йорт бәүелә башлай, ти улар.
Йортта йәшәүселәр баның сәбәбе, техник бүлмәләрҙең хужалары эшләткән 2 метрлыҡ баҙҙарҙың барлыҡҡа килеүендә, ти.
Милекселәргә шылтыратып ни өсөн подвалдарҙа үҙаллы яңынан планлаштырыу эшләгәндәрен белешергә теләгәйнек, килеа сыҡманы.
Ялыу менән идарасы компанияға мөрәжәғәт иткәндәр. Ярыҡтарҙы билдәләгәндәр, белгестәр конструкцияның торошон күҙәтә.
Милек хужалары хоҡуҡтарын яҡлауҙы һорап прокуратураға һәм хакимиәткә мөрәжәғәт иткән.
Йортта йәшәүселәр әйтеүенсә, төҙөлөш экспертизаһы һөҙөмтәләренә ярашлы 2021 йылда уҡ подъезға капиталь ремонт талап ителгән. Әммә ул башҡарылмаған. Әлегә милекселәргә ярыҡтар киңәймәһен, яңылары килеп сыҡмаһын тип өмөтләнергә генә ҡала.