Бөгөнгә майҙандарҙың 80 процентында эштәр теүәлләнгән. Айырым райондарҙа яҙғы куьтураларҙың да уңышын барлайҙар. Мәҫәлән, Мәләүез районында бойҙайҙың ҡаты сорттарын йыйыуға тотонғандар. Мәләүез районынды уңыш йыйыу эштәре ҡыҙыу бара. Дмитриевка ауылы янындығы яланда Ашҡаҙар ауыл хужалығы предприятияһы механизаторҙары эшләй. Әйткәндәй, был муниципалитеттың иң ҙур ойошмаларының береһе, ул бөтә баҫыуҙарҙың 1/5 өлөшөн биләй.
Уңыш йыйыу ваҡыты иртә яҙ арҡаһында күсерелә. Районда сәсеү эштәре ғәҙәттәгенән ике аҙнаға алдараҡ башланды ти аграрийҙар. Һауа торошо үҙгәрештәре: майҙың эҫелеге һәм июнь айындағы ҡырауҙар ҙа үҙ эҙен ҡалдырған.
Быйыл гектар ҡеүәте - 25 центнер. Был юлы ғәҙәти 40-50 центнерға етеп булмаһа ла, иген етешмәүҙән ҡурҡырға кәрәкмәй тип тынысландыр фермерҙар. Сөнки ангарҙарҙа былтырғы уңыш запасы етерлек.
Артыш ҡуйы булһын өсөн аграрийҙар күп көс һалды. Баҫыуҙар гербицидтар һәм фунгицидтар ярҙамында эшкәртелде, үҫемлектәрҙең япраҡтары һәм тамырҙары туҡландырылды.
Республика хужалыҡтары көҙгө уңыштан 1 миллион ярым тоннаға яҡын уңыш йыйып алған да инде. Иген һәм ҡуҙаҡлы культура майҙандарының өстән бер өлөшөндә ураҡ тамамланған. Былтырғынан әҙерәк булһа ла гектарынан уртаса уңыш 24 центнер тәшкил итә.
Ә бына ужым культураларын йыйыу тамамланды тип әйтергә була. Мәләүездә мәҫәлән иген йыйыуҙы 25 авгусҡа тулыһынса тамамларғә иҫәп тоталар.