Башҡортостан умартасылары быйылға татлы ризыҡтан һуңғы уңышын ала һәм ҡорттарҙы ҡышҡылыҡҡа әҙерләй. Йүкә балының аҙ булыуы күптәрҙе борсоуға һалды. Ул үткән йылдар менән сағыштырғанда ике тапҡырға кәм. Шулай ҙа белгестәр борсолорға урын юҡ, тигән фекерҙә.
Иглин районы Түбәнге Ләмәҙ ауылынан Хәлитовтар ғаиләһе 200-ләп умарта тота. Әфҡәт Латып улы ҡортсолоҡ эшен 5-се быуында һаҡлаусы профессиональ умартасы. Көслө бал ҡорто хатта йүкәнең тамырынан бал табыр, ти ул. Быйыл 3 тонна тирәһе йүкә балы алған.
Ейәнсәре Алина, тормош иптәше Нәзимә апай, башҡа ейәндәре һәр ваҡыт умартасы янында һәм ярҙам итергә әҙер.
Яҙҙан уҡ ҡорттар көслө булһа, һеркәне күп йыя, уларға ҡыштан артып ҡалған балдарҙы башта ашатып алам, тип сере менән уртаҡлаша тәжрибәле умартасы. Хужаның йүнсел , тағы ла ихлас булыуы эш барышын йәнләндерә.
Башҡа йылдарҙа Хәлитовтар 5-6 тонна бал һыҡҡан. Быйыл аҙ булды, тип бер ҙә борсолмайҙар.
Әфҡәт Латып улының ҡартатаһының атаһы оҫта солоҡсо булған. Ул Белорет районы урмандарында 25 солоҡ тотҡан. Умартасы уларҙың да эшен дауам итә. 25 түмәр умарта ултыртҡан. Уның кәрәҙҙәрен сентябрҙә алырға әҙерләнә.
Йәй аҙағы булғанғамылыр. ҡорттар үҙен тыныс тота, умарталар араһында ҡалпаҡһыҙ ҙа йөрөргә була. Был күренештең тағы ла бер сере — кәрәҙҙәрҙең тулылығында. Әфҡәт Латып улы был тирәлә йүкәләр өшөгәс, ҡорттарын 20 саҡырым алыҫҡа, Бәке тауына алып менгән.
Умарталыҡта ҡыҙыҡлы ҡоролманы күреп хайран ҡалдыҡ. Быяла ябылған ҡумта эсендә бушаған кәрәҙҙәр ҡояшта йылына.
Хәлитовтар балының сифаты Рәсәй кимәлендә үткән ауыл хужалығы күргәҙмәләрендә бик күп тапҡыр алтын, көмөш миҙалдар менән билдәләнгән. Ғаилә ағзалары үҙҙәре лә балдарын яратып ашай. Ә башҡа умартасыларға борсолмаҫҡа, ҡоролоҡ йылдарында, сәскәләр өшөгәндә күсеп йөрөп эшләргә кәңәш итә. Ғалимдар ҙа быйыл башҡорт балының критик кәм кимәлдә булмауын һыҙыҡ өҫтөнә ала, хаҡтарҙың да бик үк артмауын белдерә.
Тағы ла быйыл бал ҡорттары көнбағыш, ҡандала үләне балы менән халыҡты һөйөндөрәсәк.