Андрей Назаров эшлекле сәфәр менән Ҡаҙағстанда булып ҡайтты

Андрей Назаров эшлекле сәфәр менән Ҡаҙағстанда булып ҡайтты

Башҡортостан Ҡаҙағстан менән сәнәғәт һәм ауыл хужалығы тармаҡтарында хеҙмәттәшлекте дауам итә һәм мәҙәни мөнәсәбәттәрҙе киңәйтәсәк. Республика Хөкүмәте рәйесе Ҡаҙағстан Премьер-министры менән осрашыу йомғаҡтары тураһында хәбәр итте.

Андрей Назаров менән Әлихан Смаилов ике яҡлы хеҙмәттәшлектең артабанғы үҫеш йүнәлештәре тураһында фекер алышты. Тауар әйләнеше күләмендә йыл башынан күҙәтелгән һүлпәнлекте бөтөрөү мәсьәләһе ике яҡты ла борсой. Андрей Назаров майҙа Астанала үткән халыҡ-ара күргәҙмәлә килешеүгә ярашлы Башҡортостан менән Ҡаҙағстан хеҙмәттәшлеген бойомға ашырыуҙы яйға һалыр эшсе төркөм составын һәм Башҡортостан менән бәйләнеш буйынса яуаплы ведомство билдәләргә тәҡдим итте. Республика предприятиелары Ҡаҙағстан биләмәһендә етештереү ҡеүәттәрен урынлаштырырға әҙер. “Урал пружиналар заводы” Костанай өлкәһендә төҙөлөш башлаған, төбәк етәкселеге яғынан дәүләт булышлығы талап ителгән мәсьәләләр хәл итеүҙе көтә. Бынан тыш Костанай агромеханика заводында ремонт кластерын ойоштороу тәҡдиме бар. Башҡортостан предприятеларында етештерелгән ауыл хужалығы техникаһын яңыртып ҡороу йәһәтенән хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре ҡарала, тине Андрей Назаров. Әлихан Смаилов Башҡортостан эшҡыуарҙарын «ИННОПРОМ. Казахстан» сәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашырға саҡырҙы. Хеҙмәттәшлек даирәләрен киңәйтергә Башҡортостанда Ҡаҙағстан, Ҡаҙағстанда Башҡортостан көндәрен үткәреү ҙә булышлыҡ итәсәк. Башҡортостан Премьер-министры туғандаш республика халҡын „Башкирское долголетие. Туризм“ проектында ҡатнашып сәйәхәттәр өлкәһен үҫтерергә лә тәҡдим итте.