Стәрлетамаҡта сода етештереүҙән хасил булған “аҡ диңгеҙҙәр” рекультивациялана

Стәрлетамаҡта сода етештереүҙән хасил булған “аҡ диңгеҙҙәр” рекультивациялана

Иң ҙур ике участканы киптереү буйынса күләмле экологик проект бойомға ашырала. Уны Башҡорт сода компанияһы үҙ аҡсаһына башҡара. Тиҫтә йылдар йыйылған ҡалдыҡтарҙы 2033 йылғаса тулыһынса юҡ итеү күҙаллана.

Хәбәрсе. Стәрлетамаҡтың үҙ диңгеҙҙәре барлығын күптәр ишеткәне лә юҡ. Урындағы халыҡ шаяртып был биләмәне Стәрлетамаҡ Мальдивалары тип тә йөрөтә. Ысынында иһә, төрлө төҫтәге ятҡылыҡтар - Башҡорт сода компанияһы эшмәкәрлеге ҡалдыҡтары. Аҡ диңгеҙҙәргә тиҫтә йылдар буйына сода етештереүҙән ҡалған химик шыйыҡса ағыҙылған.

Белые моря это составная часть производства соды. Их назначение в том что первое – являются отстойниками, задача разделить дисцилерную жидкость которая выходит из производства сода, которая образуется 10 кубов на тонну соды. От твердой и осветленной части. Задача морей разделить составные части на твердую и осветленную второе назначение. – накопление той второй части которая образуется….

Артабанғы етештереү шыйыҡса һаҡлағыстар яңыларын төҙөүҙе күҙ уңында тота. Әммә Башҡорт сода компанияһы башҡа юлды һайлаған. Ойошма дистиллерлы, йәғни йыуынты һыуҙы эшкәртеүҙең яңы технологияһын уйлап сығарған.

Хәҙер сода эшкәртеүҙән ҡалған йыуынты шыйыҡса аҡ диңгеҙҙәргә түгел, фильтрация бүлегенә оҙатыла. Заманса фильтрҙар яңы технология ярҙамында химик шыйыҡсаны ҡаты һәм шыйыҡ фракцияға бүлә. Шул уҡ ваҡытта был ике фракцияның да үҙ тәғәйенләнеше бар.

Из отходов делает два продукта – минеральный продукт содового производства и осевленую дисцилерную жидкость. Первый является активным продуктом который является рекультивантом. Потенциально может использоваться в производстве строительных материалов и агропромышленном комплексе как удобрение. А осветленная жидкость является полуфабрикат для нашего же цеха

Бында эш процессы тулыһынса автоматлаштырылған. Ҡеүәтле техника ярҙамында тәүлегенә 2 мең кубометр сеймал эшкәртелә, 1200 тонна ҡаты минераль сеймал карьерҙарға оҙатыла. Икенсе өлөшө – хлорлы кальций, йәғни тоҙ сәнәғәт ойошмаларына юллана.

Заманса технология ярҙамында хәҙер аҡ диңгеҙҙәргә таҙартылған үтә күренмәле һыуҙар ғына ағыҙыла. Йылдар буйына тупланған был ятҡылыҡтарҙың хәҙер кәрәге юҡ, ти компания вәкиллеге. Шуға ла, ойошма ҡалдыҡтар һаҡланған биләмәләрҙе рекультивацияларға ҡарар иткән.

Әлеге ваҡытта ҡалдыҡтар һаҡланған биләмәләр 462 гектар майҙанды биләй. Бына ошо ятҡылыҡ иң ҙуры, ул 1951 йылда файҙаланыуға тапшырылған. Дөйөм майҙаны 136 гектар. Тап ошо диңгеҙҙе тәү сиратта рекультивациялау планлаштырыла.

Эш проект кимәлендә. Проект ойошмаһы белгестәре "Аҡ диңгеҙҙәрҙең" тәүге ике өлөшөнә комплекслы инженер эҙләнеүҙәр үткәргән. Әлеге ваҡытта биләмәләрҙе эшкәртеү технологияһы әҙерләнә. Дәүләт экологик экспертизаһының ыңғай һығымтаһын улыу менән 2024 йылдың беренсе яртыһында рекультивациялау эшен башлау планлаштырыла.

Предполагается рекультивация в два этапа. Технический и биологический . технический предполагает осущение, засыпка инертными материалами, гидроизоляция, создание водоотводящих и дренажных систем. Засыпка слоя почвы, потом отсев трав и посадка деревьев. Общий проект предполагается выполнить до 25 года. А сами рекультивационые работы выполнить до 2033 года.

Ошондай уҡ технология буйынса күптән түгел ҡала сүплеге рекультивацияланған. Суп-сар, ҡалдыҡтар өйөмө урынына хәҙер бында ҡандала үләне үҫә, үлән араһында ҡомаҡ-сысҡандар түгел, ҡуяндар йүгереп йөрөй. Аҡ диңгеҙҙәр урынында ла киләсәктә емеш баҡсалары, йә башҡа экологик яҡтан таҙа биләмә булыр, тип вәғәҙәләй Башҡорт сода компанияһы етәкселеге.