Өфө районындағы күлдә йылына 100 тонна балыҡ үрсетәләр

Өфө районындағы күлдә йылына 100 тонна балыҡ үрсетәләр

Өфө янындағы һыу ятҡылыҡтарының береһендә ысын диңгеҙ һәм йылға балыҡтарын осратырға мөмкин. “Торна баҫыуы”нда йылына 100 тоннанан ашыу балыҡ үрсетләр. Һәүәҫкәр һәм оҫта балыҡсыларҙың ул яратҡан урыны. Унда хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина булып ҡайтты.

Бындай табыш килеп ҡапһын өсөн Олег Тупикинға кәм тигәндә ике сәғәткә яҡын ултырырға тура килә.

Аҡ Амур балығы тотолһон тиһәң, емдән бигрәк тәжрибә кәрәк, ти балыҡсы.

Бер көн дә ҡармаҡһыҙ тора алмағандарҙың иҫәбенә 90 йәшен ҡыуып барыусы Петр Ляпин да инә.

Был шөғөлдө үҙ итеүселәр республикала етерлек. Күрше өлкәләрҙән дә килеп балыҡ ҡармаларға яратыусылар һаны йылдан йыл арта, ти Айрат Усманов.

Һәр йән эйәһе кеүек үк балыҡтар ҙа махсус тәрбиә талап итә. Быуаны бысраҡтан ваҡытында таҙартып, дөрөҫ туҡландырып торорға кәрәк.

Балыҡсылыҡ хужалығында карп, аҡ амур, толстолобик.... Ә бына спорт балыҡсылығы өсөн тәғәйенләнгән быуа күпкә байыраҡ. Бында стерлядь, осетр, суртан, уклеЙКА кеүек балыҡтарҙың 30 – ға яҡын төрө бар.