Ул үҙенең ижадын аттарҙан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмай

Ул үҙенең ижадын аттарҙан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмай

Баймаҡ районында үткән “Башҡорт аты” фестивале сиктәрендә плэнер менән атты һынландырыу буйынса рәссамдар конкурсы үткәйне. Ижади бәйгелә Өфөнән Йәлил Сөләймәнов абсолют еңеүсе тип танылды. Баҡтиһәң рәссам булараҡ ул тап йылҡы образын һынландырыуҙан башлаған. Ижадсы менән хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова танышты.

Рәссам ижад өсөн илһам, көс, туған ерҙәрҙән, туған йырҙарҙан алам ти. Барыһы ла бала саҡтан килә, яҡты хәтирәләрҙе һүрәтләүҙән башлана ла инде рәссамдың ижад юлы.

1995 йылда Өфө сәнғәт институтының Һынлы сәнғәт факультетын тамамлағандан хуң 3 йыл Өфө дәүләт сәнғәт институты ҡарамағындағы Рәсәй һынлы сәнғәт академияһының бөйөк рәссам Әхмәт Лотфуллин оҫтаханаһында рәссам-стажер була. Шул ваҡытта төшөргән тәү картиналарының береһе «Иҫке эйәр» тип атала. Был картинала оҫта, эйәр аша быуын алмашыныуын, ата-бабалар вариҫын сағылдыра.

Артабанғы рәсемдәрендә лә Йәлил Сөләйманов башҡорт аттарын йыш һүрәтләй. Рәссам әйтеүенсә аттар уға бала саҡтан яҡын. Хатта әрме сафында ла ул сик буйы ғәскәрҙәренең һыбайлылар частенә эләгә.

Рәссамдың эштәре Рәсәйҙең төрлө ҡалаларындағы галерияларҙа урын алғын. Шулай уҡ АҠШ – да, Австралияла, Британияла, Францияла, Сербияла һ. б. шәхси коллекцияларҙа һаҡлана. Хәҙерге көндә Йәлил Сөләйманов картина яҙыуҙан тыш, Өфө сәнғәт училищеһында үҫеп килгән буынға рәссам һөнәренең нескәлектәренә өйрәтә.