Быйыл тәүге ярты йыллыҡта 8 мең 800 торлаҡ йорт һәм 303 бина файҙаланыуға тапшырылған, тип хәбәр итәләр Статистика хеҙмәтенән. 6 ай эсендә республикала миллион ярым квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индерелгән, шуның 68 процентын кешеләр үҙаллы төҙөгән. Уҙған йылдың тәүге ярты йылы менән саҡыштырғанда төбәктә төҙөлөш 5,6 процентҡа үҫкән. Башҡортостан был күрһәткес буйынса ил төбәктәре араһында 8-се урында.
Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшө буйынса Волга буйы төбәктәре араһында икенсе урында
Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшө буйынса Волга буйы төбәктәре араһында икенсе урында