Иглин районында пассажир автобусы менән йөк автомобиле бәрелеште.
Мәскәү-Силәбе юлының Иглин районы аша үткән өлөшөндә пассажир автобусы менән йөк автомобиле бәрелеште.Краснодар крайынан 39 йәшлек водитель дистанция һаҡламай, Иглин-Өфө маршруты буйынса алда китеп барыусы автобусҡа бәрелә. Авария мәлендә салонда 7 пассажир булған. Уларҙың өсәүһе медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән.