Өфөлә Затон биҫтәһенә илткән яңы күпер был аҙнала асыла.
Рәсми тантана 7 октябргә тәғәйенләнгән, тип белдерҙе ҡала мэры Ирек Ялалов. Был яңы технологиялар буйынса төҙөлгән һәм аэродинамика ҡоролмалары ҡуйылған республикалағы берҙән-бер күпер, тине ул. Йома көндө Затон күпере менән бер рәттән Интернационал урамында ла ике километрлыҡ участка файҙаланыуға тапшырыла. Был урында 1970 йылдан алып ремонт планлаштырылған булған, әммә әле генә эшләнгән.