Берәҙәк эттәр өсөн приют бер тин аҡсаһыҙ тороп ҡалған. Ойошманың тупланған бөтә аҡсаһы лицензияһы тартып алынған банкта тороп ҡалған. Хәҙер приютты тоторға һәм эттәрҙе ашатырға матди мөмкинлектәр юҡ. Вольерҙа 70-ләгән эт. Һәр береһенең үҙенең аяныслы яҙмышы. Был спаниель менән ҡатнаш тоҡомло ике көсөктө хужалар үҙҙәре килтереп ҡалдырған. Уларға таҙа тоҡомло ғына эт кәрәк булған. Руди ла шулай уҡ хужаһы теләгәнсә лабрадор түгел, ә метис булып сыҡҡан. Надежда ҡушаматлы был этте Һупайлы биҫтәһенән килтергәндәр, уға балалар кислота түккән. Ауырыу һәм япа-яңғыҙ тороп ҡалған йән эйәләре бында яңы тормош башлау мөмкинлеге ала. Берәҙәк эттәр өсөн берҙән-бер приют 10 йыл элек ойошторолған. Бөгөн бында 500-ләгән йорт хайуаны иҫәпләнә. Ашатыу өсөн көн һайын центнерға яҡын арпа бутҡаһы әҙерләнә. Итһеҙ бутҡаны эттәр ашамаясаҡ. Шуның өсөн махсус туңдырмала ит, балыҡ хатта ҡыҙыл икра, креветкалар ҙа һаҡлана. Ваҡыты сыҡҡан тауарҙы супермаркеттар һәм ярҙам итергә теләгән кешеләр килтерә. Әммә һаҡламалар бөтөп бара. Елена ярмалар һаҡланған келәтте күрһәтә. Элек туп-тулы булһа хәҙер бушап ҡалған. Бер-нисә тоҡ арпа ярмаһы һәм макарон ғына ҡалған. Приюттың бөтә йыйылған аҡсаһы Центркомбанкта махсус иҫәптә һалынған. Ә үткән аҙна башында, билдәле булыуынса, банктың лицензияһы тартып алынды. Һәм иҫәптәр менән эш итеү туҡтатылды. Тимәк, приюттағы эттәр аҙыҡһыҙ һәм дарыуҙарһыҙ ҡаласаҡ. Бинаны тотоуға ғына айына 30 мең һумдан артыҡ аҡса китә. Приютта ярҙамға мохтаж булыуҙарын йәшермәйҙәр. Дарыуҙар һәм берәҙәк эттәр артмаһын өсөн генә айына 25 мең аҡса китә. Яҡын арала ойошма яңы иҫәп асырға ниәтләй. Был иҫәп бер тапҡыр хужаларының хыянатын кисергән хайуандарға ярҙам итергә теләгән һәм изге күңелле кешеләр өсөн асыҡ.
Банкта иҫәп ябылған, аҙыҡ юҡ
Тулыраҡ: Банкта иҫәп ябылған, аҙыҡ юҡ