Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй Оборона министрлығының рәсми вәкиле Игорь Конашенков Американың Рәсәй террорсылар менән көрәштә уңышҡа өлгәшә алманы, тигән белдереүен кире ҡаҡты. Америка ИГИЛ менән һуғышҡан осорҙа боевиктар күберәк биләмәләрҙе яулап алды тине ул.

Джет Пак компанияһы башлығы Дэвид Мейман яңы реактив сумканы һынап ҡараған. Ул кешене 3 километр бейеклеккә күтәрә ала. Тиҙлеге сәғәтенә 160 километрға етә.

Польшала Висла йылғаһында русалка тотҡандар. Ул ике метрлыҡ, ҡойороҡло, кәүҙәһенең өҫкө өлөшө кешенекенә оҡшаш йән эйәһе. Был видеоны төшөрөүсе русалканы тотоусыларҙың махсус костюм кейеүенә лә иғтибар иткән.