Бөгөн уҡытыусылар көнө

Тулыраҡ: Бөгөн уҡытыусылар көнө

Был дата 1965 йылдан үткәрелеп килә. Бынан 22 йыл элек, 1994 йылда ЮНЕСКО ҡарары менән 5 октябрь Бөтә донъя уҡытыусылар көнө тип иғлан ителә. Ер шарының 100-ҙән ашыу илендә байрам дәүләт кимәлендә үтә. иң изге һөнәр эйәләре – уҡытыусылар көнө. Һәр ҡайһыбыҙҙың күңелендә ул ҡәҙерле, ғәзиз кешеләр рәтенә ҡуйыла. Бигрәк тә беренсе уҡытыусы . Мәктәп кешегә тормош даръяһына юл күрһәтә, уны үҫтерә, шәхес итеп тәрбиәләй. Әлбиттә, был изге эштә төп урынды уҡытыусы биләй. Айгөл Абдулнафиҡ ҡыҙы өсөнсө тиҫтәгә яҡын кескәйҙәрҙе белем үренә әйҙәүсе. Айгөл Кәлиева төрлө конкурс һәм олимпиадалар еңеүселәрен дә тәрбиәләй. Ул балаларҙың белемдәрен камиллаштырыуҙа веб-квест технологияһын да уңышлы ҡулланыусы уҡытыусыларҙың береһе. Һәр бала – шәхес. Кескәйҙәрҙең тик ыңғай яҡтарын ғына күрергә ынтылған саҡта, уҡыусылар ҙа һинең ышанысыңды аҡлай, тигән фекерҙә педагог. Уҡытыусы – ябай һөнәр түгел, ул – бала күңеленең белгесе. Хәҙерге уҡытыусылар һәр уҡыусыһында шәхесте күрергә һәм тәрбиәләргә тейеш, Айгөл Абдулнафиҡ ҡыҙы ла тап ошондайҙар рәтенән, ти уның тураһында хеҙмәттәштәре. Уҡытыусы – Ватаныбыҙҙың киләсәген тәрбиәләгән, илебеҙҙең ғорурлығы һәм таянысы булған кеше. Айгөл Кәлимова уҡытыусы - белем биреүсе генә түгел, ә үҙенең булмышы, асылы, үҙ-үҙен тотошо менән һабаҡ биреүсе лә.