Өфөлә армияға саҡырыу буйынса "ҡыҙыу линия" асыла.
12 октябрҙә башҡаланың Йәштәр эштәре буйынса комитеты һәм "ИНДИГО" психология-медик-социаль ярҙам үҙәге армияға көҙгө саҡырылыш буйынса "ҡыҙыу линия" ойоштора. Көндөҙгө икенән бишкә тиклем граждандарҙың һорауҙарына Башҡортостан хәрби комиссариаты вәкилдәре, педагогтар, психологтар яуап бирәсәк. Һорауҙар менән 223-22-11 һандарына шылтыратырға мөмкин, Өфөнөң коды 347. Быйыл көҙ республикала 5 меңдән ашыу егет армияға алына.