“Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Таланттар йондоҙлоғо” тип исемләнгән ҙур тамаша була

Тулыраҡ: “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Таланттар йондоҙлоғо” тип исемләнгән ҙур тамаша була

7 октябрь, “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Таланттар йондоҙлоғо” тип исемләнгән ҙур тамаша була.

Башҡортостан Республикаһының Милли Симфоник оркестры менән Урта махсус музыкаль колледжы уҡыусыларың берлектәге концерты Уҡытыусылар көнөнә арнала. Шул уңайҙан, Башинформ агентлығында йәш таланттар ҡатнашлығында матбуғат-конференцияһы уҙҙы. ”Таланттар йондоҙлоғо”нда ҡатнашасаҡ иң йәш музыкантка ни бары 9, ә олоһона 16 йәш. Һәр бер уҡыусы лауреат исемен йөрөтә. Ҡайһы берҙәре Рәсәй һәм сит ил кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙың еңеүселәре. Һәләтле егеттәр һәм ҡыҙҙарҙың күпселеге Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры менән бергә уйнау тәжрибәһе бар.