Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы бер төркөм яугирҙәргә дәүләт наградалары тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы республикабыҙға ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан хәрбиҙәргә дәүләт наградаларын тапшырҙы

Тәбрикләү тантанаһы Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының ҙур залында үтте.

Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙы Шайморатов генерал ордены һәм миҙалдары менән бүләкләне, почет билдәләре тапшырҙы. Төбәк башлығы яугирҙарға ил алдындағы бурыстарын намыҫ менән башҡарып, яу яланынан имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне, яҡындарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе

Тәбрикләнеүселәр араһында мобилизацияға эләккән хәрбиҙәр, ирекле батальон яугирҙары бар. Тыуған республикабыҙҙан, төбәк етәксеһе ҡулынан юғары баһа алыуыбыҙға беҙ шат, тине ил һаҡсылары.

Сибай филармонияһы егеттәре Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеменә һәм почет грамотаһына лайыҡ булды. Сәхнәне яу яланына алыштырған егеттәр ижадҡа ла тыуған илгә лә тоғро ҡала.