Радий Хәбиров эш сәфәре менән Ишембайҙа булды

Башҡорт нефтен асыусылар һәйкәлен яңыртып ҡороу ҡаланың үҙенсәлегенә ҡамасауламай.

Башҡорт нефтен асыусылар һәйкәлен яңыртып ҡороу ҡаланың үҙенсәлегенә ҡамасауламай. Радий Хәбиров башҡорт нефтенә башланғыс һалған ошо тарихи комплексты киләһе йыл аҙағына тулыһынса төҙөкләндереп файҙаланыуға тапшырырға ҡушты.

Балыҡ ҡармаҡлау кеүек мауыҡтырғыс шөғөл менән ҡыҙыҡтырған был күл “Башкирское долголетие” программаһының сәйәхәт картаһына алынған. Юҡҡа түгел. Фермер хужалығы Ишембай районының хозур тәбиғәтен дә, төйәктең уңған йүнселдәрен дә таныта. Бында сөсө һыуҙа йәшәй торған балыҡ үрсетелә. Һаҙан балыҡ, ҡалынбаш, ҡарабалыҡ, аҡ амур. Ыуылдырыҡтан тауар балығы дәрәжәһенәсә бер биләмәлә үҫәләр.

2020 йылда эш башлаған агрофирманың етештереү ҡеүәте йылына 20 мең тонна. Һатыуға тере балыҡтан тыш ҡаҡланғаны ла сығарыла. Әлегә 12 быуаның алтыһы әйләнешкә алынған. Һыу ятҡылыҡтары көҙгөһөнөң майҙаны 23 гектар.

Радий Хәбиров крәҫтиән-фермер хужалығы вәкилдәрен Инвестиция сәғәтенең сираттағы ултырышына саҡырҙы. Агрофирмаға дәүләт ярҙамы күрһәтеү мөмкинлектәрен билдәләргә.

“Сәйәхәтсе мәккәһе” исеменә дәғүә итер тағы бер мауыҡтырғыс урын – Рәсәй сәнәғәтенең революцияға тиклемге тарихын һаҡлаған Верхотор баҡыр иретеү заводы комплексы. Эш сәфәре барышында Радий Хәбиров тарихи урынды тергеҙеү мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үткәрҙе.

Верхоторҙан Мәләүез районы Воскресенское ауылындағы баҡыр иретеү заводына тиклем 6 километр. Радий Хәбиров был юлға быйыл асфальт түшәләсәк, тип белдерҙе.

Башҡорт нефтен асыусылар майҙаны – Ишембайҙың йөҙөн танытҡан үҙәк — республиканың егерменсе быуат сәнәғәте тарихына һәйкәл. 1969 йылда бында асылған монумент Ишембай ҡалаһының символы. 2007 йылда майҙанда Ишембай нефтен һүрәтләүсе фонтан ҡоролған. Былтырҙан иһә үҙәкте яңыртып ҡороу эштәре башланған Подряд ойошмаһы бөгөнгә эштәрҙең 90 процентын үтәгән.

Республика башлығы фекеренсә, майҙанды яңыртып ҡороу менән бер рәттән һөйкәлдең үҙен реставрацияларға кәрәк. Эштәрҙең икенсе өлөшөн быйыл йомғаҡларға иҫәп. Майҙанды ҡайтанан ҡороу тарихи урындың үҙенсәлегенә зарар итә, тигән хафалар урынһыҙ, тине Радий Хәбиров.

Александр Матросов исемендәге үҙәк паркка ла Радий Хәбиров яңы һулыш бирергә ҡушты. Ял һәм мәҙәниәт биләмәһен төҙөкләндереү концепцияһы “Тарихи урындар һәм кесе ҡалаларҙа уңайлы мөхит булдырыу” проекттарының Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаған. Проект авторҙарының майҙанды дүрт өлөшкә бүлеп ҡала халҡының йәш һәм мауығыу төрҙәренә ярашлы тематик маршруттар булдырыу ял урынына яңы төҫ бирәсәк. Башҡортостан Башлығы паркты яңыртыу юғары сифатта башҡарылырға һәм билдәләнгән ваҡытына сафҡа индерелергә тейеш, тип белдерҙе.

Туй-юбилейҙарҙың артыуы Ишембайҙың "Яңы өйләнешкәндәр" паркын яңыртыуға ла этәргес биргән. "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" Милли проекты нигеҙендә 19 миллион һумға яҡын аҡса ташландыҡ биләмәне тантана иткән ҡала халҡы өсөн күркәм һәм уңайлы урынға әйләндереү маҡсатына йүнәлтелә. Емерек ҡоролмалар, иҫке газүткәргес һүтелә, ҡыуаҡ баҫҡан урындар таҙартыла, йәйәүле һуҡмаҡтары, фотозона булдырыласаҡ.

Ҡаланың 16-сы мәктәбенә бары быйыл февраль айында төҙөүселәр ингән. Мәктәптәрҙе яңыртыуҙың президент программаһына ярашлы федераль ярҙам иҫәбенә комплекслы модернизация эше ашығыс тиҙлектә бара. Инженер селтәрҙәре, бинаның ҡыйығы, йөҙлөгө алмаштырылған, биҙәү-буяу эштәре башҡарылған. Хәҙер ихатаны төҙөкләндерәһе, биләмәгә асфальт түшәйһе, юғары тиҙлектәге интернет үткәрәһе ҡалған. Балалар бүләкте яңы уҡыу йылына көтә.

Радий Хәбиров уҡыу кластарын, өҫтәмә белем биреү бүлмәләрен, стоматология пункты әҙерлегенә баһа бирҙе. Уҡытыусылар менән аралашты. Төбәк етәксеһе директорҙың тәрбиә эше буйынса кәңәшсеһенең эш планы менән ҡыҙыҡһынды, кадрҙар һәм кабинеттарҙы йыһазландырыу тураһында белеште. Мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау программаһы төбәктең мәғариф селтәренә икенсе ғүмер бирә, — тине Радий Хәбиров. Башҡортостан был проектта әүҙем ҡатнаша.

Эш сәфәре барышында Республика етәксеһе Ишембайҙан мобилизацияланған хәрбиҙең ғаиләһе менән осрашты. Төбәк башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтар менән аралашҡанда уларҙың үтенестәрен тыңлап яҡындары һәм туғандарының хәлен белешергә вәғәҙә иткәйне.