Башта көн дә билдәле ваҡытта бер нисә сәғәткә генә бирһәләр, 7-се августан һуң крандарға һыу бөтөнләй килмәй. Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығына мөрәжәғәт иткәндән һуң ауылға цистернала техник һыу килтерә башланғандар. Әммә ул етмәй, ти күп балалы ғаиләләр. Өлкән йәштәгеләр ҙә, ярҙамсылары булмаһа бөтөнләй һыуһыҙ ултыра. Хәлде беҙҙең хәбәрселәр асыҡларға тыршты.
Һыу көн буйына етһен өсөн күп балалы ғаиләгә йортта булған бөтә һауыттарҙы ҡулланырға тура килә. Ҡыш мал һуғарыуға ҡуйылған мискәләрҙе лә таҙартып алғандар. Сөнки йәйге осор 4 баланың өҫтөн дә йыш алыштырырға, йоҡо алдынан һәр береһен йыуындырырға ла кәрәк.Ә Һыу ташыу атайҙары иңендә.
Үҙ фатирында мәҙрәсә асҡан ағинәй Рәсимә Закировнаға ла дини дәрестәрҙе туҡтатып торорға тура килгән. Ярҙам итеүсе булмаһа, өйҙә лә һыуһыҙ ултырам, ти 83 йәшлек инәй. Ислам нигеҙҙәренә өйрәткән дәрестәрҙе таҙарынып башларға кәрәк, ә һыуһыҙ эш тә, аш та, уҡыу ҙа бармай.
Әүҙем ханым өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан ауыл ветерандарына ярҙам итергә өлгөрә. Уларҙы кем ҡайғыртыр тип йәне әрней ағинәйҙең.
Ауыл халҡының, нишләп бер кемдең дә эше юҡ беҙҙә.. ни өсөн шулай интегергә тейешбеҙ.. ҡасан һыу бирерҙәр.. тигән һорауына аныҡ ҡына яуап юҡ.
Ауыл хакимиәтенән яуап булмағас, халыҡ Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығына мөрәжәғәт иткән. Икенсе көнөнә ауылға цистернала техник һыу килтерә башланғандар.Әммә ул һыу шул тиклем бысраҡ, иҙән йыуырлыҡ та түгел, тип зарлана хужабикәләр.
Олокүлдә 3 меңгә яҡын кеше йәшәй. Ауылдың көньяҡ өлөшөндә һыу бар. Ә төнъяғындағы 2 мең тирәһе кеше цистерналы машинаны көтөргә мәжбүр. Киске 5-тәргә килгән 3 мискә һыуҙан, сәғәт үтеүгә тамсыһы ла ҡалмай.
Ай һайын килгән квитанцияларҙағы хаҡтар ҙа кәмемәй. Куп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙән хатта алдан түләп ҡуйыуҙарын талап итәләр.
Ауыл хакимиәте башлығы әйтеүенсә, килеп тыуған мәсьәләнең сәбәбе – Ағиҙел йылғаһының һайығыуы. Ауылды мөһим һыу ресурстар менән тәьмин итеүсе скважиналар тап Иҙел буйында. Ауыл халҡына тиҙерәк һыу бирер өсөн барыһын да эшләйбеҙ, тип ышандырҙы етәксе. Өфөнән саҡырылған геодезистар скважиналарҙы тәрәнерәк ҡыҙыу мәсьәләһен өйрәнә.
Ауылда ҡасан һыу булырын етәксе аныҡ ҡына әйтә алманы. Урындағы халыҡ билдәләүенсә, бәлә йыл һайын ҡабатлана. Киләһе йыл Ағиҙел тулы һыулы булыр тигән ышаныс юҡ, шулай булғас, ни өсөн мәсьәләне алдан хәстәрләмәҫкә, тип хайран ҡала Олокүлдәр.
Ысынлап та күҙ йәштәрен тыйырлыҡ түгел. 32 градус эҫелә һәр кем үҙ йүнен ҡайғыртып 50 саҡрымдан һыу ташып йөрөүе, йә бер табаҡ һыуҙы еткерә алмай өҙгөләнеүе заманса йәмғиәт һәм кешелек ҡанундарына тап бөтөнләй килмәй. Шулай булғас, ямғырҙар башланып мәсьәлә сиселер, йә етәкселек хәл итеүҙең башҡа юлдарын тиҙерәк табыр тип ышанаһы ғына ҡала.