Башҡортостан ярҙамы менән Луганск халыҡ республикаһында быйыл 58 объект сафҡа индерелергә тейеш. Шуларҙың байтағы тулыһынса яңынан төҙөлә, ҡайһылары капиталь ремонтлана.
Ошо көндәрҙә Красный Луч ҡалаһында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәк асылды. Уны сафҡа индереү тантанаһында Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан министры Азамат Абдрахманов ҡатнашты. Был яңы төбәк өсөн тәүге МФЦ-ларҙың береһе. Әлегә бында 40 төр дәүләт хеҙмәте күрһәтеләсәк. Бинаны ремонтлау, техника һәм мебель менән тәьмин итеү, кадрҙарҙы уҡытыу кеүек эштәрнең барыһын да Башҡортостан үҙ өҫтөнә алған.