Журфест-2023

Быйылғы "Журфест" "Йәнтөйәккә изге эштәр" тематикаһы аҫтында үтте.

Республика журналистарын һәм блогерҙарын ҡунаҡсыл Әбйәлил ере үҙенә йыйҙы.

"Атайсалға изге эштәр" йылында фестиваль "Тыуған яҡҡа һөйөү менән" девизы аҫтында ойошторолдо. Ошо уңайҙан «Атайсал» проекты төркөмө бик шәп Республика конкурсы ла иғлан итте.

Сара барышында Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев республиканың алдынғы хеҙмәткәрҙәрен бүләкләне. Коллегаларыбыҙға Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы, атҡаҙанған киң матбуғат эшмәкәре исеме, агентлыҡтың Почет грамотаһы һәм Рәхмәт хаты тапшырылды.

"Журфест" журналистарға әүҙем ял һәм хеҙмәттәштәребеҙ менән аралашыу ғына түгел, ә эштең яңы алымдарына өйрәнеү, төрлө оҫталыҡ дәрестәрен алыу мөмкинлеге лә.

Сарала 400-ләп журналист – федераль, республика, район- ҡалалар баҫмалары, телевидение, радио һәм интернет-берләшмәләр вәкилдәре ҡатнашты.

Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы был сараны 2011 йылдан алып 11-се тапҡыр ойоштора. Пандемия мәлендәге өҙлөктәрҙән һуң журфест яңы һулыш менән журналистарҙы икенсе тапҡыр йыйҙы.

Был Башҡортостан журналистар союзының ҙур бер сараһы. Унда ҡатнашыусылар көнүҙәк мәсьәләләрен тикшереп, хеҙмәттәштәр менән тәжрибә уртаҡлашып, шул уҡ ваҡытта, матур тәбиғәт ҡосағында ял да итә алды.