Иҫке күперҙе капиталь ремонтлауға бәйле, 5-се сентябрҙән киләһе йылдың 31-се декабренә тиклем Ағиҙел йылғаһының Яр буйы урамы өлөшләтә ябыла. Был осорҙа ҡалаға ингән урында тығындар булыуы ихтимал. Аркалы Ағиҙел күперенә капиталь ремонт 2022 йылдың мартында башланды. Ул Өфөнөң 450 йыллығына төҙөлгән объекттарҙың береһе. Күпер файҙаланыуға тапшырылғандан һуң баш ҡаланың көнъяҡ ҡапҡаларында 11 һыҙат буйынса автомобилдәр хәрәкәт итә аласаҡ.
Өфөлә Ағиҙел ярында йәнә автомобилдәр хәрәкәте сикләнә
Өфөлә Ағиҙел ярында йәнә автомобилдәр хәрәкәте сикләнә.