Башҡортостан Рәсәй флагы көнөн билдәләне

Кисә республиканың ҡала-райондарында дәүләт символына арнап төрлө саралар үтте.

Баш ҡалала көн дауамында экрандар аша "Беҙҙең флаг — беҙҙең ил" тип аталған видеоролик күрһәтелде. Ул Бөтә Рәсәй халыҡ фронты тарафынан дәүләт әләме аҫтында халыҡ-ара уйындарҙа сығыш яһай алмаған Рәсәй спортсыларына бағышлап әҙерләнгән. Күренекле спортсылар ҙа ил флагына бәйле үҙҙәренең хәтирәләре һәм илһөйәрлек тойғолары менән уртаҡлашты. Еңеү паркынан алып "Патриот" паркына тиклем "Берҙәмлек флагы" тип аталған автоуҙыш үтте.