"Юлдаш" лагерында ауыр йәрәхәт алған малайға ярҙам кәрәк

Сибай лагерындағы ғәҙәттән тыш хәл арҡаһында ғәрип ҡалған Дияз Йосопов ышаныслы аҙымдар менән аяҡҡа баҫып килә.

Табиптар түшәктән тормаясаҡ тип ышандырһа, малай бөгөн влеосипедта яңы трюктар эшләү маҡсаты менән йәшәй. Әле Диязды ҡиммәтле реабилитация көтә.

Сибайҙың Рамаҙан Өмөтбаев исемндәге башҡорт лицейында уҡыусыһы Дияз Йосоповты Һуңғы ҡыңғырау байрамында алҡышлап ҡаршы алалар. Ул тормош һынауҙарына бирешмәй, көслө рухлы кеше икәнен иҫбатлай. Дияз өсөн был сарала булыу тулҡындандырғыс. Сөнки ул бер йыл тиҫтерҙәрен күрмәгән тиерлек.

Үткән йылдың 31 июлендә Сибай ҡалаһында урынлашҡан "Юлдаш" лагерында булған фәжиғә, барыһын да шаҡ ҡатырҙы. Спорт майҙанындағы турникта шөғөлләнгән ваҡытта Дияздың өҫтөнә тимер конструкция ҡолай. 15 йәшлек үҫмер ауыр йәрәхәте ала. Уның башы яртылаш иҙелә.

Диязға Сибай ҡалаһында ашығыс рәүештә операция эшләйҙәр. Үҫмер 40 көнгә яҡын комала ята. Әсәһе әйтеүенсә, табиптар бындай йәрәхәт менән кешенең терелеренә бик аҙ өмөт бирә. Малай ай ярым һөйләшмәй, яңынан тын алырға, башын тоторға, ултырырға, ашарға өйрәнә. 52 көн дауаханала ята. Артабан инде оҙайлы реабилитация башлана. Дияздың ата-әсәһе көн һайын улдарының һаулығы өсөн көрәшә.

Үҙ көстәре менән, барлыҡ булған мөмкинселектәрҙе ҡулланып Йосоповтар ғаилһе балаларын тормошҡа ҡайтарырға тырыша. Дияздың хәҙерге көндә атлап йөрөүе, һөйләшеүе ысын мәғәнәһендә мөғжизә. Был ата-әсәнең тыңғыһыҙ көрәшеү һәм ышыныу һөҙөмтәһе.

Дияз фәжиғәле көндө хәтерләмәй. Ул тормошҡа яңы пландар, маҡсаттар ҡороп йәшәй. "Мин реабилитация үтеп йөрөгән ваҡытта дуҫтарым велосипедта яңы трюктар эшләргә өйрәнгән, миңә уларҙы ҡыуып етер кәрәк ти көслө рухлы егет". Егеттең дуҫтары, уға шылтратып, килеп хәлен билеп тора. Мин уларға ҙур рәхмәтлемен ти егет. Быйыл Дияз 9-сы классты тамамамлап, киләсәккә пландар ҡора.

Диязды алда ҡиммәтле реабилитация көтә. Тейешенсә аяҡҡа баҫыр өсөн даими шөғөлләнергә, һәр минутты файҙаланып ҡалырға кәрәк ти ата-әсә. Декабрҙә егеттең һул күҙенә ҡатмарлы операция планлаштырылған. Диязға ярҙам итергә теләүселәр Бәйлнештә селтәрендә булдырылған махсус төркөмгә инеп бар мәғлүмәтте таба ала.