Халҡыбыҙҙа тишекле таш бәхет килтерә, тигән ырым бар. Буласаҡ агропарктың тәүге нигеҙ ташында соҡорҙоң яһалма булыуы был юрауҙы боҙмай, киреһенсә, төҙөлөшкә башланғыс биреп яҙылған изге теләктәр менән нығыта.
"Таврос Агропарк" инвестиция проекты республикала Рәсәй Хөкүмәтенең күмәртә аҙыҡ-түлек баҙарҙарын үҫтереү тураһындағы ҡарарына ярашлы бойомға ашырыла. Ул төбәктә тауар етештереү, административ, логистика һәм инженер инфрастуктураһын яйға һалыуҙы күҙ уңында тота. Бина-ҡоролмаларҙың дөйөм майҙаны алтыйөҙ меңдән ашыу. Уларҙа күмәртәләп һатыу, таможня, магазиндар өсөн тауар һайлап алыу үҙәге, аҙыҡ һаҡлау, эшкәртеү һәм етештереү зоналары, транспорт инфрастуктураһы ҡаралған. Барыһы ла аҙыҡ-түлек етештереүселәрҙең һатыусы һәм һатып алыусылар менән хеҙмәттәшлек уңайлығы маҡсатында.
"Таврос" үткән биш йылда республикала 20 миллиард һумдан ашыу күләмдәге проекттарҙы бойомға ашырған. Заманса малсылыҡ комплекстары төҙөлгән, ҡатнаш аҙыҡ заводы, селекция-генетика үҙәге асылған, Шишмә шәкәр заводы яңыртып ҡоролған.
Буласаҡ агропарк менән хеҙмәттәшлек итергә эре күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу үҙәктәре, федераль һәм төбәк магазин селтәрҙәре, урындағы тауар етештереүсе агрохолдингтар һәм эшҡыуарҙар теләк белдергән.
270 гектарҙан ашыу майҙанда агросәнәғәт паркы 2026 йылға төҙөлөп бөтөр, тип көтөлә. Объекттың ваҡытында файҙаланыуға тапшырыуы резиденттар ғына түгел, төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше өсөн дә мөһим. Агропарк республиканың ауыл хужалығы тауары етештереүселәренә кооперация бәйләнештәре ҡорорға булышлыҡ итә.