Сибай йәшмәһен донъяға танытҡан оҫталар

Сибай ҡалаһында "Каро" оҫтаханаһы Флоренция мозаикаһы техникаһы буйынса картиналар эшләү менән булыша.

Урал аръяғындағы оҫтаханала эшләнгән әйберҙәр бар донъяға таралған.

Сергей Чулков күптән инде үҙ эшенең оҫтаһы. Һөнәре буйынса металлург булһа ла, институтты тамамлағандан һуң ул ваҡытлыса флоренция мозаикаһы технологияһы буйынса картиналар һәм сәнғәт әҫәрҙәре етештереү предприятияһына эшкә килә. Хәҙер инде 30 йылдан ашыу ошо эшенә тоғро ҡала.

Оҫтахана тәбиғи таштарҙан төрлө продукциялар эшләү менән булыша. Ҡумталар, яҙыу приборҙары, шахмат, нардтар, өҫтәлдәр, тышлыҡ плиткаһы һәм интерьер элементтары, үҙ эштәрендә айырыуса иң ҡаты биҙәү ташы Сибай йәшмәһе ҡулланыла. Йәшмәнән ҡатыраҡ аҫыл таштар ғына.

Таштарҙың һүрәттәре лә ҡабатланмаҫ. Ҡайһы ваҡыт ташта төрлө йәнлектәрҙең һүрәтен дә күркргә була ти оҫта. Ташты йомшаҡ пластиналарға ҡырҡып төрлө изделияларға әҙерләйҙәр.

Тәбиғи таштарҙан картина эшләү бер нисә айға хатта йылға барып етә. 1990 йылдар башында, Сибай оҫтаханаһында Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып Флоренция мозаикаһы техника буйынса йәшмәнән картиналар эшләй башлана.

Рәссамдар эштәрен бөртөкләп йыя. Йәшмәнең төҫтәргә бай булыуы бик тә уңай ти рәссам. Хәҙерге көндә оҫтахананала төрлө ерҙәрҙән алып киленгән башҡа таштарҙы лаҡулланалар. Беҙҙең эшебеҙгә иң ҙур баһа, кешеләрҙең һоҡланыуы һәм ҡәнәғәт булыуында ти оҫта.