Башҡортостандың күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Миҙхәт Шакировтың тыуыуына 100 йыл.
Ошо айҡанлы баш ҡалала Бөтә Рәсәй конференцияһы ойошторолдо. Уның тураһында күптән әҙерләнеп, “Китап” нәшриәтендә донъя күргән китаптың исем туйы үтте. Ғәҙел, тәүәккәл һәм өлгө итеп атарлыҡ тағы ла бихисап кешелеклек сифаттары. Миҙхәт Закир улы Шакировты туғандары ла, дуҫтары ла, уның фекерҙәштәре һәм шәхес менән аралашыу, таныш булыу бәхетенә эйә һәр кем тап шундай итеп хәтерендә һаҡлай. Миҙхәт Шакиров 5 октябрҙә Өфөлә күренекле тел белгесе Закир Шакиров ғаиләһендә донъяға килә. Слесарь, инженер вазифаларында хеҙмәт юлын башлаған егет 30 йәше лә тулып өлгөрмәҫтән етәксе дәрәжәһенә күтәрелә. Һуғыш йылдарында Өфөгә күсерелгән Харьков электромеханик оборона заводы директоры итеп тәғәйенләнә. 45-се йылда Германияла стажировка үтеп ҡайта. Артабан тағы ла бихисап ойошма-предприятиеларҙа етәксе вазифаһында тырышып эшләй һәм 1963 йылда КПСС-тың Өфө ҡала комитетына беренсе сектерарь итеп һайлана. Аҙаҡ Башҡортостан өлкә комитетына етәкселек итә. Бөгөн яҡташтары уны данлап һәм иҫкә алып ҡор йыя. КПСС-тың Башҡорт өлкә комитетының беренсе секретары вазифаһында Миҙхәт Закир улы 1969-1987 йылдарҙа эшләй. Был стендта уның тормошоноң һәм хеҙмәт юлының бәләкәй генә өлөшөн күререгә мөмкин. Йәмәғәт эшмәкәренең биографияһы, ҡаҙаныштары һәм уның Башҡортостандың үҫешенә индергән өлөшө ошо яңы китапта тулыраҡ сағылдырылған. Марсель Фархшатов етәкселегендәге авторҙар коллективы китапты әҙерләүгә ҙур көс һала, быға тиклем Миҙхәт Шакировтың тормошонан бик аҙҙарға ғына билдәле мәғлүмәттәр табыла. Миҙхәт Закир улын күптәр Леонид Брежневҡа оҡшата. 20 йылға яҡын төбәкте етәкләгән шәхес берҙәй талапсан да, мохтаждарға ярҙамсыл, Башҡортостанды күтәреү өсөн бөтә көсөн һалған дәүләт эшмәкәре шул уҡ ваҡытта иҫ киткес ябай ҙа. Ғаиләһендә лә уны тик изге һүҙҙәр менән иҫкә алалар. Ул етәкселек иткән осорҙа төбәк Советтар Союзы кимәлендә юғары күрһәткестәргә ирешә. Сәнәғәт, етештереү, ауыл хужалығы йылдам үҫешә, мәҙәниәт, мәғариф менән бер рәттән фән өлкәһендә лә күтәрелеш күҙәтелә. Ауыл хужалығын үҫтереүгә булышлыҡ иткән өсөн Миҙхәт Шакиров 1980 йылда Социалистик хеҙмә геройы исеменә лайыҡ була. Биш тапҡыр Ленин, ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры, почетлы нефтсе, транспорт төҙөүсеһе, Рәсәйҙең почетлы төҙөүсеһе 2004 йылдың 1 майында донъя ҡуйып, мосолмандар зыяратында ерләнә.